Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Март 2020, 12:56

Эльмира Шәйхуллина — “Бәхет асҡысы” тапшырыуында

Бөгөн “Роксана” радиоһының “Шәрек” ижади берләшмәһендә тура эфирҙа барған “Бәхет асҡысы” тапшырыуында райондашыбыҙ, Ҡышлауйылға мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина ҡатнашты. Тулыраҡ:

Эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелгән «Уңыш» IV Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү яулаусы райондашыбыҙ, Ҡышлауйылға мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина бөгөн “Роксана” радиоһының “Шәрек” ижади берләшмәһендә “Бәхет асҡысы” тапшырыуында ҡатнашты.
Тапшырыуҙы әҙерләп алып барыусы Зәлиә Хисами менән Эльмира Фәүзәт ҡыҙы бәхет асҡысын табыу юлдары тураһында бик матур һәм йәнле әңгәмә ҡорҙо. Райондашыбыҙҙың яратҡан шөғөлдәре, ата-әсәһе, туғандары, һөнәри ҡаҙаныштары, киләсәккә пландары, уй-хыялдары хаҡында матур һүрәтләмә килеп сыҡты. Радио тыңлаусылар Эльмира Фәүзәт ҡыҙының ижади эшләүсе уҡытыусы ғына түгел, туған йәнле апай ҙа, хәстәрлекле әсә лә, әүҙем йәмәғәтсе лә, матурлыҡҡа ғашиҡ рәссам да, сәхнәлә өйөрөлөп-осоп-йөҙөп-талпынып ҡына бейегән бейеүсе лә икәнен белде. Әйткәндәй, шундай һәләтле райондашыбыҙ тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.
Наилә Имаева.
Читайте нас