Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Март 2020, 08:55

Асҡын районының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө

Бөгөн, 4 мартта, "Сәләм, Республика!" проектының "Бөйөк Еңеүгә — 75!" тапшырыуында Асҡын районы вәкилдәре ҡатнашты.

«БСТ» каналының «Сәләм, Республика! Бөйөк Еңеүгә – 75!» проекты сиктәрендә «Сәләм» тапшырыуының бөгөнгө сығарылышы Асҡын районына бағышланды. Тапшырыуҙа район ветерандар советы рәйесе Сәғитйән Ғәлин, Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Ноғоманова һәм районыбыҙҙың тыуған яҡты өйрәнеүселәр берләшмәһе рәйесе, мәғариф ветераны Йәрис Зәйдуллин ҡатнашты. Районыбыҙға бүленгән 45 минут эсендә тапшырыуҙа ҡатнашыусылар райондаштарыбыҙҙың Бөйөк Еңеүгә индергән ҙур өлөшө хаҡында бай мәғлүмәт еткерҙе. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафин, Сергей Дмитриевич Пономарев, Степан Александрович Казаков, Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов, Мирзалихан Ғәбит улы Ғәбитов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Асҡын районынан ете меңгә яҡын кеше һуғышҡа алына, шуларҙың 2376-һы ғына әйләнеп ҡайта. Дүрт меңдән ашыу кеше яуҙа һәләк була. Бөгөн районыбыҙҙа һигеҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, шул иҫәптән бер концлагерь тотҡоно йәшәй.
Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы бай материалды мәңгеләштереү, билдәһеҙҙәрен тергеҙеү буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Әйткәндәй, тапшырыу барышында ул музейға сәйәхәт ҡылып, бөгөн унда ҡәҙерләп һаҡланған экспонаттар тураһында бәйән итте. Шулай уҡ был юҫыҡта башҡарыласаҡ эштәргә лә туҡталды.
Йәрис Рәфҡәт улының да сығышы бик йөкмәткеле булды. Ул ҙур ғорурлыҡ менән ауылдаштары,Советтар Союзы Геройы Сәлимйән Ғәлимйәнов һәм Ленин ордены кавалеры Шәрип Васиковтың батырлыҡтары тураһында һөйләне. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышыусы райондаштарыбыҙ исемлеген тергеҙеү буйынса башҡарылған эштәр хаҡында ла ентекле бәйән итте.
Үтәш ауылында йәшәүсе 90 йәшлек тыл һәм мәғариф ветераны Рафания Хәбибрахман ҡыҙы Лоҡманованың һуғыш урлаған бала саҡ тураһында үҙе яҙған шиғырын уҡыған, Асҡын ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлинур Шәйәхмәт улы Шәйбәковтың бөгөнгө тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡырған видеомөрәжәғәте бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Тапшырыуҙа Советтар Союзы Геройы Мирзалихан Ғәбитовтың улы, отставкалағы майор Дарвин Ғәбитов һәм медицина фәндәре докторы, профессор Динә Хунафина аталарының яуҙа күрһәткән батырлыҡтары тураһында һөйләне. Ҡашҡа ауылынан Наил Ғаян улы Хәйруллин тура эфирға шылтыратып, һуғышта хәбәрһеҙ юғалған туғандарын, ауылдаштарын эҙләүе, яугирҙар тураһында мәғлүмәттәрҙе тергеҙеү, тулыландырыу буйынса башҡарған эштәре тураһында бәйән итте.
Илһөйәрлек менән һуғарылған тапшырыу һиҙелмәй ҙә үтеп, күңелдәребеҙҙә ғорурлыҡ уятты. Асҡындар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршылар өсөн ныҡлы әҙерләнеүен белдерҙе.
Наилә Имаева.
Читайте нас