Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан "Нур" татар дәүләт театрында эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелгән «Уңыш» IV Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Сәхнәгә сығыусы береһәнән-береһе һылыуыраҡ, мөләйемерәк, һөнәре буйынса уңыш ҡаҙанған, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән уңышлы гүзәл заттар араһында райондашыбыҙ, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап, ижади эшләүсе уҡытыусы Эльмира Шәйхуллинаны күреү оло ҡыуаныс булды. Райондашыбыҙ өсөн ихлас күңелдән ҡыуанып, уның менән ғорурланып ултырҙыҡ тамашала.