Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Март 2020, 06:25

"Һүҙ һәм ҡул эштәре оҫталары" күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ!

Ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тулыуға һәм Халыҡ - ара ҡатын - ҡыҙҙар көнөнә арнала.

Сара 5 март көндө, 12.00 сәғәттә Гоголь ур. 28/1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан Мәжит Ғафури йорт-музейында башлана.
Билдәле булыуынса, башҡорт әҙәбиәтенә үлемһеҙ "Ырғыҙ" романын биргән әҙибә ҡул эштәренә лә бик оҫта булған. Күргәҙмәлә Һәҙиә Дәүләтшинаның үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәр менән бер рәттән, Таңсулпан Ғарипова, Тамара Ғәниева һымаҡ халыҡ яҙыусыһы һәм шағирәһе, шулай уҡ байтаҡ ҡына йәш быуын ҡәләм оҫталарының ҡул эштәре урын ала.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас