Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Март 2020, 13:30

Каринэ Хәбирова ҡоймаҡ менән һыйланы

Өфө ҡалаһының Ҡунаҡ һарайы алдында байрам саралары уҙҙы.

Масленица - славян халыҡтарының борондан билдәләнгән байрамы. Ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы ете көн дауамында үткәрелә.Масленица байрамы 24 февралдә башланды һәм1 мартҡа тиклем дауам итә. Әле ошо айҡанлы байрам саралары уҙа.
Өфө ҡалаһының Ҡунаҡ һарайы алдында байрам саралары уҙҙы. Унда республика Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты. Ул Пышка” кафеһымайҙансығындаҡоймаҡ бешереп, сараға килгән халыҡты һыйланы.
Әткәндәй, быйыл республикала уҙасаҡ VI Бөтә донъя фольклориада алдынан ошондай халыҡ йолаларын ойоштороу айырыуса әһәмиәтле.Уларҙа КаринэХәбирова кеүек абруйлы ханымдарҙың ҡатнашыуы байрамға йәм ѳҫтәй, халыҡта ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: instagram.com/pishkaufa
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/folkloriada/Karine-H-birova-oyma-men-n-iylani-143801/
Читайте нас