Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Март 2020, 13:15

Асҡында – Масленица байрамы!

Район үҙәгенең Ленин майҙаны шат тауыштарҙан гөрләп торҙо.

Масленица- славян халыҡтарының борондан билдәләнгән байрамы. Ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы ете көн дауамында үткәрелә. Асҡын ауылында Масленицаға бәйле сара бөгөн, 1 мартта, үтте. Байрам программаһында күңелле конкурстар, турнирҙар, уйындар, йыр-моңдар булды. Сараға килеүселәр бергәләп йырлап-бейеп күңел асты, тоҡ менән һуғышыу, арҡан тартышыу һәм башҡа уйындар уйнап кинәнде.

Байрам ҡарасҡы яғыу менән тамамланды.

Наилә Имаева.

Читайте нас