

Ҡышты оҙатыу йәки Масленица — славян халыҡтарының борондан билдәләнеп килгән байрамы. Был йола ете көн дауамында үткәрелгән, тәбиғәт көстәренә, йыл миҙгелдәренә табыныу, уларҙың күңелен күрергә тырышыу менән бәйле булған. Районыбыҙҙа ла һуңғы йылдарҙа Масленица байрамы киң билдәләнә.
Асҡын 2-се балалар баҡсаһында ла ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы бик күңелле үтте. Сарала барлығы туғыҙ төркөм ҡатнашты. Бик бәләкәйҙәр байрамда күберәк тамашасы ролендә булһа, өлкән, әҙерлек төркөмдәре малайҙары һәм ҡыҙҙары әүҙемлек, етеҙлек, отҡорлоҡ күрһәтеп, күңелле ял итте, йола тураһында күп мәғлүмәт алды.
Иркен залда балалар шаян Скоморох менән күңел асты. Башта улар ҡыш миҙгеленә арналған уйындарҙа уйнап, ҡар бөртөктәре йыйҙы, тоҡ кейеп йүгерҙе, етеҙлектә ярышты, канат тартышты. Яҙһылыу килгәс, ошо миҙгелгә ҡағылышлы уйындарҙа ҡатнаштылар, мәҫәлән, умырзаялар йыйҙылар, ҡоймаҡ бешерҙеләр. Сараның иң ҡыҙыҡлы өлөшө байрам ҡарасҡыһын ҡаршы алыу булды.
Масленица байрамы табынының төп атрибуты, әлбиттә, ҡоймаҡ. Сара аҙағында балаларҙы ашнаҡсылар бешергән тәмле ҡоймаҡтар менән һыйланылар.
Күңелле йола байрамы балаларға бик оҡшаны. Сараны музыкаль яҡтан Зилә Фәүзетдинова менән Лариса Пантелеева биҙәне. Скоморох ролен — психолог Ольга Ехлакова, Ҡыш ролен оҫта итеп тәрбиәсе Глүсә Исламова башҡарҙы. Яҙһылыу ролендә өлкән тәрбиәсе Эльза Нафиҡова сығыш яһаны. Байрамды тәрбиәсе Ольга Карлышева алып барҙы.
Ата-бабаларыбыҙ тәрән мәғәнәле ниндәй генә байрамдар, йолалар үткәрмәгән. Уларҙың үҫеп килеүсе йәш быуынды тәрбиәләүҙә, төрлө милләт халыҡтары менән дуҫ-татыу, берҙәм йәшәүҙә әһәмиәте ҙур. Шуны күҙ уңында тотоп, Асҡын 2-се балалар баҡсаһы педагогтары үҙҙәренең тәрбиәүи эшендә төрлө халыҡтар йолаларына, мәҙәниәтенә ҙур иғтибар бирә.
Илһөйәр Махатова.