Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Февраль 2020, 17:55

Радий Хәбиров – Нефтекамала

Республика Башлығы Радий Хәбиров Нефтекамала подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһының үтәлеше, спорт объекттары менән танышты.

2019 йылда ҡалала күп ҡатлы 52 йортта 185 подъезд ремонтланған. Былтыр Радий Фәрит улы ҡалаға килгәнендә Социалистик урамындағы йорттарҙың береһендә ремонт эштәренә ҡәнәғәт булмауын белдергәйне. Был сәфәрҙән һуң етешһеҙлекте ҡыҫҡа ваҡытта бөтөргәндәр.
Радий Хәбиров халыҡҡа был юҫыҡта һиҙелерлек үҙгәрештәр булыуын, артабан ремонт менән урындағы үҙ эшен яҡшы белгән кешеләр шөғөлләнәсәген әйтте.
- Бөтә подрядчиктар ҙа эште уңышлы башламаны. Хәҙер барыһын да тәртипкә килтереүҙәрен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. 2020 йылда Нефтекамала тағы 160 подъезд ремонтланасаҡ. Ә 2024 йылға барлыҡ йорттарҙа һәм ихаталарҙа тәртип булдырасаҡбыҙ. Был - халыҡ өсөн иң мөһиме, - тине Радий Хәбиров.
Радий Фәрит улы шулай уҡ 2018 йылда реконструкция башланған “Торпедо” стадионында булды. Бөгөн генераль подрядсы - “Уралспецстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөлөштөң яҡынса 300 миллион һум тәшкил иткән тәүге өлөшөн тамамлай. Ул үҙ эсенә йүгереү манежын, көрәш залын, өс мең кешегә иҫәпләнгән трибуна залын, административ-көнкүреш һәм ярҙамсыл биналарҙы, ихатаны төҙөкләндереүҙе ала. Проекттың икенсе сираты трибунаны монтажлау һәм тағы дүрт мең урынлыҡ тамашасы урынын, йәнә бер спорт залын берләштерә.
Радий Хәбиров стадион биналарын ҡараны һәм проектты Республика адреслы инвестиция программаһына индереү мөмкинлеге хаҡында фекер алышты.
Стадиондың боҙ аренаһында республика Башлығы “Торос” хоккей командаһы уйынсылары һәм тренерҙары менән осрашты. Быйылғы миҙгелдә команда Юғары хоккей лигаһының плей-офына сыҡты.
- Мотлаҡ һеҙҙең өсөн көйәсәкбеҙ. Уңыштар һеҙгә, егеттәр! - тип хушлашты спортсылар менән Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru



Автор: Венер Исхаҡов
https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ortostan-a-100-yyl/Radiy-H-birov--Neftekamala-143453/
Читайте нас