Республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәренең төп баҫмаһы һаналған “Башҡортостан уҡытыусыһы” барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуҙы билдәләй. Төрлө йылдарҙа журнал төрлө исемдәр аҫтында нәшер ителә: “Мәғариф эштәре”, “Белем”, “Культура революцияһы». 1936 йылдан “Башҡортостан уҡытыусыһы” тип атала.
Уҡытыусыларҙың өҫтәл баҫмаһына әйләнгән журналдың төп йөкмәткеһен “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында”, “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында”, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” закондарҙы тормошҡа ашырыу билдәләй. Баҫма шулай уҡ “Мәғариф” һәм “Фән” милли проекттарына ярашлы алып барылған эштәрҙе киң яҡтырта, был программалар тәҡдим иткән мөмкинлектәр менән даими таныштыра.
“Башҡортостан уҡытыусыһы”ның тағы ла бер үҙенсәлеге – уның биттәрендә мәҡәләләр туғыҙ телдә баҫыла.
– Журнал республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ролен үтәй. Ул – уҡытыусыларҙың ышаныслы ярҙамсыһы, яҡшы кәңәшсеһе һәм йор аҡыллы остазы ла, – ти баҫманың баш мөхәррире Салауат Кәримов.
Фото: "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы сайтынан.