ҠУҘЫ
Хеҙмәттәштәр һәм етәкселек менән аралашыу өсөн ҡулай осор. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандар уңышҡа өмөт итә ала. Вазифа буйынса үрләү мөмкинлеге бар.
БУҒА
Көс-ҡеүәтегеҙҙе белем алыуға, эшлекле осрашыуҙарға йүнәлтһәгеҙ, оторһоғоҙ. Аҙна аҙағында мөһим ваҡиға көтөлә: туғанығыҙ күсеп килер йәки мираҫ мәсьәләһе күтәрелер, моғайын.
ИГЕҘӘКТӘР
Был осорҙа кредит, бурысҡа аҡса алыуҙы кисектереп тороғоҙ. Хәйриәлек, икенсе ергә күсеү менән бәйле саралар уңышлы булыр. Тормошоғоҙ тиҙҙән ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
ҠЫҪАЛА
Ваҡытты теүәл файҙаланһағыҙ, байтаҡ проблемалар үҙенән-үҙе хәл ителер. Мәнфәғәттәрҙе, аралашыуҙар даирәһен ҡайтанан барлағыҙ. Алда һеҙҙе тик яҡшы ваҡиғалар көтә.
АРЫҪЛАН
Мөһим эштәрҙе аҙна башында башҡарып ҡалырға кәңәш ителә. Осор ярайһы уҡ табышлы һәм һөҙөмтәле булмаҡсы, аҙағы бер аҙ ҡатмарлы килер, сабыр булығыҙ.
ҠЫҘ
Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр ныҡлыҡҡа һынау үтер. Документтарығыҙҙы, ҡиммәтле әйберегеҙҙе юғалтыу хәүефе бар. Үтәй алмаҫлыҡ вәғәҙә бирмәгеҙ.
ҮЛСӘҮ
Һөҙөмтәле сағыу аҙна көтөлә. Эшлекле тәҡдим яһарҙар. Ғаиләгеҙгә бәйле мөһим ҡарар ҡабул итергә тура килер. Күптән теләгән әйберегеҙҙе һатып алығыҙ.
САЯН
Ғаилә ҡорғандарға етди үҙгәрештәргә әҙерләнергә кәрәк. Мәсьәләләрҙе яҡындарығыҙ менән бергәләп хәл итегеҙ, юғиһә ғәйепле булып ҡалырһығыҙ. Аҙна уртаһында кеше тормошона ҡыҫылмағыҙ.
УҠСЫ
Аҙна еңел үтер. Матди хәлегеҙҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртерлек кеше менән танышырһығыҙ. Осор аҙағы сәйәхәт итеү, үҙ эшеңде асыу, икенсе илгә күсеү өсөн уңайлы.
ЫЛАҠ
Яҙмышты хәл иткес осрашыу көтөлә. Аҙна уртаһында мәшәҡәттәр артыр, моғайын. Улар, нигеҙҙә, балаларығыҙ, уларҙың һаулығы, уҡыуы менән бәйле булыр.
ҺЫУҒОЯР
Һаулығығыҙға, төҫ-ҡиәфәтегеҙгә иғтибар бүлегеҙ, насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоғоҙ. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге тыуыр. Сауҙа, эшҡыуарлыҡ буйынса сәфәр ҡылырға тура килер.
БАЛЫҠ
Аҙна юл йөрөүгә, һөйләшеүҙәргә бай булмаҡсы. Йылдам үҙгәреүсән шарттарға яраҡлашырға тура килер. Ҡайһы бер пландарығыҙ тормошҡа ашмаһа, ҡайғырмағыҙ – яҡшыға юрағыҙ.