

Ҡарткиҫәк ауылы - "Айыҡ ауыл" республика конкурсының финалына үткән 15 ауыл араһында!
Бөгөн "Айыҡ ауыл" республика конкурсының киләһе этапҡа үткән ауылдар билдәләнде. 15 финалисты проекттың Ойоштороу комитеты ултырышында раҫланылар:
- Асҡын районы, Ҡарткиҫәк ауылы;
- Баймаҡ районы, Йылым ауылы;
- Баҡалы районы, Ҡамай ауылы;
- Бәләбәй районы, Знаменка ауылы;
- Балаҡатай районы, Түбәнге Үтәш ауылы;
- Белорет районы, Ботай ауылы;
- Бөрйән районы, Тимер ауылы;
- Дәүләкән районы, Үрге Көрмәнкәй ауылы;
- Дыуан районы, Һикәяҙ ауылы;
- Дүртөйлө районы, Һыуыҡҡул ауылы;
- Йәрмәкәй районы, Пионерский ауылы;
- Ейәнсура районы, Башҡорт Үргене ауылы;
- Ҡыйғы районы, Мәсәк ауылы;
- Күгәрсен районы, Үрге Мөрсәләй ауылы;
- Учалы районы, Ҡобағош ауылы.
Афарин, ҡарткиҫәктәр! Берҙәмлектә – көс икәнлеген иҫбатланы был конкурс. Урындағы халыҡтың,етәкселәрҙең бер команда булып тырышып, янып эшләүенең матур һөҙөмтәһе был. Борсолоуҙарыбыҙ... күрһендәр, белһендәр, ишетһендәр, һоҡланһындар тип, тырышып яҙыуыбыҙ бушҡа китмәне. Проект сиктәрендә яҙылған һәр мәҡәлә һәм халыҡҡа еткерелгән һәр оператив мәғлүмәт еңеүгә ышаныс менән яҙылды! Был еңеү барыбыҙ өсөн дә ҙур ҡыуаныс, шулай ҙа алда тағы ла яуаплыраҡ һынау көткәнен онотмайыҡ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:ошо финалсылар араһынан иң айыҡ ауылды һайлап алыу өсөн тауыш биреү 1 мартта Голос РБ сайтында https://golos.openrepublic.ru/ асыласаҡ.
Был бик яуаплы этап – беҙҙең берҙәмлегебеҙҙе, әүҙемлегебеҙҙе, илһөйәрлегебеҙҙе һынар мәл. Тауыш биреүҙә лә һынатмайыҡ!
Наилә Имаева.