Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
28 Февраль 2020, 12:35
Петунияны ниндәй ашламалар менән туҡландырырға?
Петуния үҫкәндә туҡланырға ярата. Шуға күрә уға ике аҙна һайын ашламалар һибеп торорға кәрәк.
Үҫкәндә азотлы ашламаны үҙ итә, сәскәгә бөрөләнгәс, фосфор һәм калийға, тимергә мохтаж. Сәскә ата башлағас, 5 көн һайын ашлама бирергә мөмкин. «Эпин», «Циркон», «НВ-101» кеүек иммуностимуляторҙар менән туҡландырһағыҙ, сирҙәргә бирешмәҫ. Макро һәм микроэлементтарҙы, витаминдарҙы (В1, В 6, В12 витаминдарының бер ампулаһы бер стакан һыуға иҙелә) айына ике мәртәбә һибеп тороғоҙ. Өс -дүрт япрағы күренеп, ҙурыраҡ һауытҡа күсереп ултыртҡанда фитоспорин, марганцовка эретмәһен һипһәгеҙ, бәшмәк ауырыуҙары булмаҫ. Ашламаларҙы пульверизатор менән генә һиптерегеҙ. Үҫемлек япраҡтары аша туҡлана. Өй шарттарында тауыҡ тиҙәге, банан ҡабығы, һуған төннәтмәһен, көл (калий һәм фосфор) эретмәһен һыуға иҙеп һалығыҙ.
Фото:
zen.yandex.ru
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Petuniyani-nind-y-ashlamalar-men-n-tu-landirir-a-142062/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"