Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
28 Февраль 2020, 09:50

“Ғәп” йолаһы тураһында ишеткәнегеҙ бармы?

Ҡаҙансы һәм Әлйәгеш ағинәйҙәре ошо йоланы сәхнәләштереп, йәш быуынға еткерҙе.

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә ойошторолған “Тере шишмәләр” халыҡ ижады район фестиваль-смотры тамамланды. Иҫке Ҡаҙансы, Әлйәгеш, Яңы Ҡара ауыл мәҙәниәт усаҡтары коллективтары сығышы менән ябылды был конкурс. Һәр коллектив үҙенсәлекле йола тергеҙеп сәхнәләштерҙе.
Ҡаҙансы һәм Әлйәгеш ағинәйҙәре клуб методисы Гөлназ Ниғмәтйәнова етәкселегендә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған “Ғәп” йолаһын тергеҙеүгә ирешә.
Был тамашаның инициаторы булып тороусы Мәмдүнә апай Зарипова әйтеүенсә, “Ғәп” йолаһының асылы — ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ҡомартҡыларҙы йәш быуынға мираҫ итеп, аңлатып тапшырыу. Бөтә ҡомартҡыларҙы ҡәҙерләп һаҡлаусы өләсәй ролен дә нәҡ Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Ҙур ғаилә, туған-тыумасалар бергә йыйылғанда һандыҡтағы ҡомартҡыларҙы һәр береһен аңлатып, шәжәрә көсөнә таянып, оло ғорурлыҡ менән йәш быуынға тапшыра ул. Йола байрамы йыр-моңдар менән үрелеп бара.
Әлбиттә, бындай йолаларҙың тәрбиәүи әһәмиәте лә бик ҙур. Беренсенән, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡларға, туғанлыҡ ептәрен нығытырға ярҙам итһә, икенсенән, шәжәрәне барлап, йәш быуынға яңыртып еткерергә ярҙам итә.
Наилә Имаева.
Читайте нас