Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
28 Февраль 2020, 06:30
Милли проект: "Аҡыллы транспорт системаһы" юл фажиғәләрен кәметерме?
#МиллиПроект #НацпроектыБылтыр Башҡортостан Рәсәй субъекттарының юл селтәрендә интеллектуаль транспорт системаһы (ИТС) булдырыу буйынса эш төркөмөнә индерелгәйне. Иң тәүҙә үрҙә телгә алынған система Өфө агломерацияһында төҙөләсәк. "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты маҡсаттарына ирешеүгә был булышлыҡ итерме, юҡмы - ваҡыт күрһәтер.
Өфө агломерацияһына баш ҡала һәм уға яҡын райондар инә. Интеллектуаль транспорт системаһы биш йыл дауамында төҙөлә һәм уға 1,5 миллиард һум аҡса тотоноу күҙаллана.
Нимәнән ғибәрәт буласаҡ һуң ул система? Бында махсус контроль үҙәге булдырыла. Ул юлдарҙағы хәл-торошто күҙәтәсәк, идара итеү мөмкинлеге лә буласаҡ.
134 - "аҡыллы светофор", 19 "аҡыллы юл билдәһе" ҡуйыу ҡаралған. Бынан тыш, 56 видеокамера, алты йөк үлсәү пункты урынлаштырыла.
Маҡсат - юлдарҙағы авариялар һанын кәметеү, автомагистралдәрҙең транспорт үткәреү мөмкинлеген киңәйтеү. Киләһе ИТС Стәрлетамаҡ агломерацияһында төҙөлөүе ихтимал.
Фото: "Башинформ"
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"