Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылдарын күпме быуын яугирҙар үҙҙәре ҡаршыланы, унан һуң — фронтовиктарҙың балалары, яңы быуатта – ейәндәре... Ә бына быйыл 75 йыллыҡты уларҙың бүлә-бүләсәрҙәре ҡаршылай. Шуныһы ҡыҙғаныс, ошо матур көндәрҙе беҙгә яҡынайтыуҙа йәнен аямайынса һуғыш утын кискән ветерандарыбыҙ ғына йылдан-йыл кәмей бара. Үҙем етәкләгән 7-се класс уҡыусыларына ла ошо хаҡта һөйләп, һуғышта ҡатнашҡан, тылда хеҙмәт иткән олатай-өләсәйҙәре тураһында яҙып алып килеүҙәрен һораным. “Беҙ — Еңеү бүлә-бүләсәрҙәре!” лозунгыһы аҫтында йыйған иҫтәлектәребеҙ тыныс тормош өсөн көрәшкән мәрхүм ветерандарыбыҙ өсөн сауап булһын ине.
Ҡулымда класыбыҙҙың уҡыу алдынғыһы Диана Исмәғилева яҙмаһы. Уның ҡарт олатаһы Әхмәт Ғәзи улы Кашапов, сығышы менән Ҡариҙел районының Дәүеш ауылынан булған. 1926 йылда тыуған Әхмәт һуғыш башланғанда 15 йәшлек кенә була. Фронтҡа эләгер өсөн ул үҙенә бер йыл өҫтәп яҙҙыра, ә был юҫыҡта уның тәжрибәһе бар – ғаиләһен туйындырырға ярҙам итәм тип, 13 йәшлек сағында ла бер йылға үҙен өлкәнәйтеп, колхозда эш башлаған була. Шулай итеп, 1943 йылда ул ни бары 17 йәшендә генә Чкалов ҡалаһындағы запас полкка китә... Дүртенсе Украина фронтында һуғыша, ҡаты контузия ала. Еңеүҙе ул Прага ҡалаһында ҡаршылай. Әммә Әхмәт олатайға тиҙ генә тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булмай. Ул алты йылға яҡын хеҙмәт итә, демобилизацияланып 1950 йылда ғына тыуған Дәүешенә әйләнеп ҡайта. Тыныс тормошта Әхмәт Ғәзи улы ҡатыны менән дүрт улға ғүмер бирә, уларҙың береһе Диананың әсәһенең атаһы. Хөкүмәтебеҙҙең төрлө миҙалдарына, башҡа наградаларына лайыҡ булып, ерҙе файҙаланыу буйынса белгес булып тырышып эшләп, бәхетле ҡартлыҡ кисереп, 2009 йылда вафат була Әхмәт олатай. Диананың өйгә бирелгән эшен хуплап, маҡтап алдым, ветеран олатаһына булған рәхмәт һүҙҙәренең ысын күңелдән әйтелгәненә инандым. Етеҙ, сая, батыр йөрәкле йәш егет күҙ алдыма килеп баҫты. Тап шундай Әхмәттәр беҙгә Еңеү яҙын алып килгән бит!
Ә быныһы тыйнаҡ ҡына, шулай уҡ тик «4» һәм «5» билдәләренә генә өлгәшкән Ирек Әдиәтуллин эше. Ул атаһы Азаттың атаһы Ғәниәтулла Әдиәт улы Әдиәтов тураһында яҙып алып килгән. Иректең дә ҡарт олатаһы 15 йәшенән үк тыуған ауылы Тигермәндә тракторсы булып эш башлаған. 1942 йылда 18 йәше лә тулмаған егет Орел ҡалаһындағы хәрби училищенан һуң фронтҡа алына. Йәш егет взвод менән етәкселек итә, старшина хәрби званиеһы ала. Ленинград блокадаһын өҙөүҙә ҡатнашҡан яугир бер нисә тапҡыр яралана. 20 йәшендә уны һаулығы буйынса артабан һуғышҡа яраҡһыҙ тип, ҡайтарып ебәрәләр. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул “Мәскәүҙе обороналаған өсөн”, “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалдары, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградланған. Фронттан ҡайтҡас, Ғәниәтулла Әдиәтов эске эштәр органдарында эшләгән. Яугир Тигермән ауылында 2009 йылда ерләнгән.
Ҡулымда Илья Исламов яҙмаһы. Ул өләсәһе Лилиә Әбүбәкер ҡыҙының атаһы Әхмәҙиә Сирай улы Сираев хаҡында яҙып килгән. Ҡариҙел районының Буртым ауылында 1903 йылда тыуған ул. Әхмәҙиә олатайҙы башта 1939 йылда финдар һуғышына саҡырғандар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул ғаиләһенә лә ҡайтып тормайынса, фронтҡа ебәрелгән. 1941 йылда Башҡорт атлы дивизияһы составында дошманға ҡаршы көрәшеп, Берлинғаса барып етә. Ошо ваҡыт эсендә биш тапҡыр яралана. Немецтың ояһын туҙҙырғандан һуң, Әхмәҙиә олатай япондарға ҡаршы һуғышҡа ебәрелә. Тыуған яҡтарына бары 1947 йылда ғына ҡайта.
Регина Мостафина ла класыбыҙҙа уҡыу алдынғыһы, бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Ул әсәһенең олатаһы Сабир Сәмиғулла улы Сәмиғуллин тураһында бәйән иткән. Сабир олатай 1910 йылда Асҡын районының Билгеш ауылында тыуған. Бәләкәйҙән ул етем ҡалған, шуға ла малай атаһы яҡлап туғандары ғаиләһендә тәрбиәләнә. Бала сағы ауыр үтә уның. Сабир һәр ҡушылған эште еренә еткереп эшләп, көслө, теремек булып үҫә. Бағаҙы ауылындағы мәҙрәсәгә йөрөп уҡып, белем ала, ғәрәп телен башҡорт теленә тәржемә итергә белгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уны фронтҡа алалар. 31-се кавалерия полкында һуғыша. Сабир олатай яраланып, 1944 йылда фронттан ҡайта. Уның күкрәген орден-миҙалдар биҙәгән. Һуғыштан һуң тыуған ауылында колхозда эшләй. Шулай итеп, Регина ла яугир олатаһы тураһында ғорурланып яҙа.
9 Май уҡыусым Данил Зиннәтуллиндың ғаиләһе өсөн икеләтә байрам икән. Сөнки был көндө 1916 йылда уның ҡарт олатаһы Василий Яковлевич Зыков тыуған. Ҡариҙел районының Ҡайыр ауылы егете Стеклозавод ауылындағы мәктәптә белем алған һәм ауыл Советында секретарь булып эшләгәндә, 1941 йылдың 16 авгусында фронтҡа алына. Ул 1289-сы уҡсылар полкы составында көрәшә. Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша. Василий Яковлевич ҡаты яраланып госпиталгә эләгә, унда 1943 йылдың ноябренә тиклем була. Артабан уны Свердловскиға хәрби техника сығарылған заводҡа ебәрәләр. Һуғыш бөткәс, тыуған ауылына ҡайта, фронт йылдарында ҡаты сынығыу үткән яугирҙы ауыл Советы башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Василий Яковлевич орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Шулай итеп, Данил 9 Майҙа Еңеү көнө менән бер рәттән, ҡарт олатаһының тыуған көнөн дә иҫкә аласаҡ.
Полина Рогожникова ата-әсәләре яҡлап ике олатаһы хаҡында бик ентекле материал алып килгән. Григорий Петрович Опалев – әсәһенең олатаһы. Ҡариҙел районының Александровка ауылында 1914 йылдың 19 ноябрендә донъяға килгән. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк Григорий Петровичты фронтҡа алалар, уға 27 йәш була. Өйҙә уны ҡарт әсәһе, ҡатыны, балалары көтөп ҡала. Яу ҡырында ул элемтәсе булараҡ төрлө фронттарҙа ҡатнаша. Сталинградты, Белгородты, Варшаваны азат итеүҙә ҡатнаша, элемтә сымын Берлинға тиклем үк һуҙа. Еңеүҙән һуң тағы бер йыл хеҙмәт итеп, яҡындары янына 1946 йылда ғына ҡайта. Фронттан хәстәрлекле Григорий Петрович үҙе менән трофей алып ҡайта: алтын да, көмөш тә түгел, немец “Зингер” тегеү машинаһын! Ошо машина Опалевтарҙың ҙур ғаиләһен туйындырырға ныҡ ярҙам итә. Ҡатыны Анастасия Максимовна менән 13 балаға ғүмер бирәләр. Григорий Петрович һуғыш йылдары хаҡында бик һөйләргә яратмаған, сөнки ундағы күргән ҡыйынлыҡтар үҙенекен итә, үпкә ауырыуына дусар була. Ошо сир арҡаһында ул ауыр эштәр башҡара алмай, әммә уны тирә-яҡта алтын ҡуллы оҫта булараҡ беләләр. Итексе лә, тундар һәм башҡа өҫ кейемдәре тегеүсе лә булған! Ул 1972 йылда баҡыйлыҡҡа күскән.
Полинаның атаһы яҡлап олатаһы Григорий Емельянович Рогожников 1898 йылда Ҡариҙел районының Абыҙ ауылында тыуған, ике класс тамамлаған. 1941 йылдың 20 октябрендә Ҡыҙыл Армия сафына ҡабул ителә. Дондағы Ростов ҡалаһынан Прагаға тиклем хәрби юл үтә. Ауыр контузия алып, демобилизациялана. Тыныс тормошта Ҡариҙел урман хужалығында урмансы булып эшләй. Григорий Емельянович ҡатыны Таисья Федоровна менән өс бала үҫтерә, шуларҙың береһе Полинаның олатаһы Николай Григорьевич Рогожников. Полина олаталарының яу юлын күрһәткән карталар, уларҙың хәрби документтары күсермәһен дә алып килгәйне.
Тағы ла бер уҡыусым Альмира Ғиндуллина үҙенең олатаһы хаҡында мәғлүмәт алып килгән. Олатаһы Зәйнулла Хөснөтдин улы Хөснөтдинов Ҡариҙел районының Иҫке Бөрөнгөт ауылында 1922 йылда тыуған. 1941 йылдың октябрендә һуғышҡа киткәнендә уға ни бары 19 йәш була. Псков өлкәһендәге Великие Луки ҡалаһы өсөн барған алышта бер аяғын өҙҙөрә. Зәйнулла олатай тыуған яҡтарына шулай инвалид булып ҡайта. Һуғышта күргән михнәттәр үҙенекен итә, Зәйнулла Хөснөтдин улы 1974 йылда вафат була.
Эмиль Ғәләүетдинов атаһы Русландың олатаһы Әғзәм Фазыл улы Фазлетдинов тураһында ҡыҫҡа ғына яҙма алып килгән. Ул 1916 йылда Яңауыл районының Көйөк станцияһында донъяға килгән. Дүрт класс белем алған. Ҡыҙыл Армия сафына ҡабул ителгәнсе (1937 йыл) тракторсы булып эшләй. 1941 йылдың авгусында фронтҡа алына, 115-се уҡсылар бригадаһында, 1032-се артиллерия полкында һуғыша. 1946 йылда ғына демобилизацияланып ҡайта. Тыныс тормошта фронтовик ат фермаһында эшләй. Әғзәм Фазыл улы төрлө миҙалдар менән бүләкләнгән.
Уҡыусым Вадим Исмәғилев сержант Мөҙәрис Шәрәфлислам улы Шәрипов хаҡында яҙып килгән. Ул әсәһенең олатаһы, Асҡын районының Ҡашҡа ауылынан. Мөҙәрис олатайҙы ла һуғышҡа 1941 йылда алалар. Башта уны Вологда өлкәһенә 589-сы уҡсылар батальонына ебәрәләр. Артабан Карелияның Кондпога ҡалаһы янында урынлашҡан уҡсылар бригадаһына оҙаталар. Унда 3-сө батальон составында алыш ваҡытында ҡыш көнө ҡамауға эләгә, шул ваҡытта бик ҡаты өшөй, егеттең кәүҙәһе туңа хатта. Уны госпиталгә оҙаталар. Һауығып сыҡҡас, яңынан Карелия фронтына ебәрәләр. Бында ул 1944 йылдың йәйенә тиклем була. Шул йәйҙе ул яуҙаштары менән алғы һыҙыҡта дошман менән алыша. Медвежегорск ҡалаһы янында күрһәткән батырлығы өсөн Мөҙәрис олатайҙы наградаға тәҡдим итәләр. Асҡын яугиры Берлинғаса барып етә һәм фашисты еңеп, 1945 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Мөҙәрис Шәрәфлислам улының күкрәге орден-миҙалдарҙан сыңлап торған: III дәрәжә Дан ордены, Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Ватан һуғышы орденының тулы кавалеры, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фронтовик 1969 йылда вафат була, һуғыш яралары шулай 48 йәшендә генә алып китә уны.
Есения Заводованың әсәһе яҡлап олатаһы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул 1903 йылда Ҡариҙел районының элекке Бәрҙәш ауыл Советына ҡараған Казанка ауылында тыуған. Николай Ильич Заводов һуғыштың тәүге айҙарында уҡ фронтҡа ебәрелә. Әммә 1942 йылдың июнендә ул хәбәрһеҙ юғала.
Тағы ла бер уҡыусым Кристина Барченкова ике ҡарт олатаһы хаҡында яҙып алып килгән. Шуларҙың береһе Исмәғзәм Әғәлтдин улы Әғәлтдинов 1924 йылда Асҡын районының Гөмбә ауылында тыуған. Һуғышта ул Берлинғаса данлы юл үтә. Уң аяғына снаряд ярсығы эләгеп, яралана. Еңеүҙән һуң Исмәғзәм олатай башта Мәскәү ҡалаһында ҡала. Бында ул ресторанда ашнаҡсы булып эшләй. Аҙаҡ инде Гөмбәгә ҡайта, өйләнә һәм Ҡариҙел районының Иҫке Муллаҡай ауылына күсеп килә. Балта оҫтаһы булараҡ танылыу ала. Фронтовик Исмәғзәм олатай 2002 йылда вафат булған. Кристинаның икенсе олатаһы Мазһар Талип улы Талипов 1912 йылда Асҡын районының Әмир ауылында тыуған. 1942 йылда уны фронтҡа алғандар. Дошманды еңеп, 1945 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. 1961 йылда Ҡариҙел районының Муллаҡай ауылына күсеп килә, гөрләп торған урман хужалығында эшләй. Мазһар олатай 1997 йылда баҡыйлыҡҡа күскән.
Шулай итеп, алдымда нисәмә кеше яҙмышы ята, тик бер ҡот осҡос һүҙ уларҙың барыһын да мәңгелеккә бәйләгән – һуғыш! Еребеҙҙе йәмләп 75-се Еңеү яҙы етер, йәш көйөнсә яуҙа башын һалғандарҙы ла, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы ла, иҫән ҡайтып, ҡартайып мәрхүм булған яугирҙар ҙа йөрәк түрҙәрендә оҙаҡ һаҡланыр. Әлеге бүлә-бүләсәрҙәр ҙә киләсәк быуындарға был хаҡта һөйләр, тигән өмөттә ҡалам.
Ҡариҙел районы Абыҙ мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.