Башҡорт теле уҡытыусылары Туймазы ҡалаһында үткән республика семинарында ҡатнашты.
27 февралдә Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары белемдәрен камиллаштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу өсөн “Башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион алымдар” тигән республика семинарына йыйылды. Районыбыҙҙан Асҡын 2-се урта мәктәбенән — Вилена Фәтхетдинова, Ҡышлауйылғанан — Эльмира Шәйхуллина, Асҡын 1-се мәктәбенән —֫ Лилиә Ғәлиева, Ҡарткиҫәктән Руфина Мостафина ҡатнашты.
Туған тел һағында тороусыларҙы Туймазы районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Айгөл Әхмәтова, БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы милли мәғариф бүлеге начальнигы Розалия Сафиуллина сәләмләй.
Филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның БР тарихы, археологияһы һәм этнологияһы кафедраһы доценты Искәндәр Сәйетбатталов һәм БР Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге баш белгесе Илгиз Сәлиховтың да сығышы бик фәһемле була.
Артабан туған тел һағында тороусылар Борай 2-се гимназияһы уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиеваның —“Төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында башҡорт теле уҡытыуҙың эффектлы юлдары”, Яңауыл ҡалаһы 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Әлфиә Фаршатованың “Төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында уҡыусыларҙа милли үҙаң тәрбиәләү” темаһына оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны.
Дәрестең технологик картаһын төҙөү тәртибе менән танышып, артабан семинарҙа ҡатнашыусылар дәрес проектын яҡлай.
Республика семинарынан уҡытыусылар бай мәғлүмәт, яңы көс-дәрт алып, тәжрибә уртаҡлашып, хеҙмәттәштәре менән аралашып, бай тәьҫораттары менән йөрөп ҡайта.