Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
27 Февраль 2020, 05:03
Республикала икенсе тапҡыр "Үргә ос" форумы ойошторола
28 февралдә Өфөлә “Үргә ос”( “Взлетай”) мәғариф форумы үткәрелә. Сарала белем биреү процесының төрлө йүнәлештәре буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары эшләйәсәк. Мәҫәлән, бер төрлө мәктәп формалары булдырыу, мәктәп уҡыусылары араһында ла диспансерлаштырыу үткәреү, балалар стоматологияһын булдырыу, мәктәптәрҙә туҡланыуҙы яҡшыртыу, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм башҡа мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙар буласаҡ. Форум Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы, “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.Йыйында мәктәп директорҙары, урындағы үҙидара органдары етәкселәре, башҡарма власть органдары вәкилдәре, ата-әсәләр ҡатнашлығында 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитоваhttps://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Respublika-ikense-tap-ir--rg-os-forumi-oyoshtorola-138865/
28 февралдә Өфөлә “Үргә ос”( “Взлетай”) мәғариф форумы үткәрелә.
Сарала белем биреү процесының төрлө йүнәлештәре буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары эшләйәсәк. Мәҫәлән, бер төрлө мәктәп формалары булдырыу, мәктәп уҡыусылары араһында ла диспансерлаштырыу үткәреү, балалар стоматологияһын булдырыу, мәктәптәрҙә туҡланыуҙы яҡшыртыу, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм башҡа мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙар буласаҡ.
Форум Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы, “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Йыйында мәктәп директорҙары, урындағы үҙидара органдары етәкселәре, башҡарма власть органдары вәкилдәре, ата-әсәләр ҡатнашлығында 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Respublika-ikense-tap-ir--rg-os-forumi-oyoshtorola-138865/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"