Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Февраль 2020, 09:52

Райондашыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

Рухлы, әүҙем, йәмәғәт эштәренең һәм мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап, ижади эшләүсе уҡытыусы Эльмира Шәйхуллина Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша.

2 мартта Өфө “Нур” татар дәүләт театрында “Уңыш” XV Бөтә Рәсәй конкурсы үтә. Был бәйгелә төрлө өлкәләрҙә эшләүсе уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша. Мәртәбәле сарала районыбыҙ данын Ҡышлауйылға мәктәбе уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина яҡлаясаҡ.
— Был бәйге 15-се тапҡыр үткәрелә. Быйыл юбилей йылы булғас, уның сиктәрендә төрлө күргәҙмәләр, эшлекле осрашыуҙар, конференциялар үткәреү ҙә ҡаралған. Ҡатнашыусылар өсөн бер нисә һынау әҙерләнгән: үҙең һәм эшмәкәрлегең тураһында эссе яҙырға, ижади һәләттәреңде күрһәтергә, дефиле... Конкурста төрлө йәштәге һәм төрлө өлкәлә эшләүсе 30 гүзәл зат ҡатнашасаҡ, — тип бәйге шарттары тураһында һөйләне Эльмира Фәүзәт ҡыҙы.
Конкурс 18.00 сәғәттә башлана. Райондашыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас