Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Февраль 2020, 11:05

Мишкәләр презентация яҡлай

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында "Айыҡ ауыл-2019" конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Мишкә районы Бабай ауылы үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында "Айыҡ ауыл" конкурсының киләһе этабының өсөнсө көнө үтә. Проект яҡлау өсөн Мишкә район Советы секретары Татьяна Коледина, Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламов, Камай ауыл биләмәһе башлығы Герман Байдамиров Өфөлә “Айыҡ ауыл-2019” конкурсы сиктәрендә башҡарылған эштәрҙе барлай.

Ойоштороу комитеты ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре конкурсанттарҙың төрлө йүнәлештә алып барған эшмәкәрлегенең динамикаһын ҡарай. Бында үткәрелгән саралар һаны ла, эскән килеш башҡарылған енәйәттәр ҙә, спиртлы эсемлектәр менән һатыу иткән нөктәләр менән эш тә иҫәпкә алына.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Айыҡ ауыл-2019" республика конкурсында Асҡын районынан — Ҡарткиҫәк, Балтастан — Нөркә, Борайҙан — Яңы Алтыбай Бөрөнән — Иҫке Петров, Ҡариҙелдән — Хәлил, Мишкәнән Бабай ауылы ҡатнаша.
Наилә Имаева.
Читайте нас