Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Февраль 2020, 11:45

Хәлилдәр еңеүселәр исемлегенә инерме?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында "Айыҡ ауыл-2019" конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Ҡариҙел районы Хәлил ауылы кисә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында үткән ултырышта проект яҡлау өсөн Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Камил Солтанов, ауыл биләмәһе башлығы Сулпан Тәгәрәев, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Эльза Карамова, Хәлил мәктәбе уҡытыусыһы Рәфинә Шәйхова бара.”Бөтә һорауҙарға ла лайыҡлы яуап биреп, уңышлы сығыш яһаныҡ”, — ти Сулпан Тәгәрәев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Айыҡ ауыл-2019" республика конкурсында Асҡын районынан — Ҡарткиҫәк, Балтастан — Нөркә, Борайҙан — Яңы Алтыбай, Бөрөнән — Иҫке Петров, Ҡариҙелдән — Хәлил, Мишкәнән Бабай ауылы ҡатнаша.
Был конкурста барлығы 47 ауыл көсөн һынай. Финалға 15 ауыл сыға. Артабан 1 марттан 10 мартҡа тиклем ошо ауылдар өсөн тауыш биреү ойошторола. Һөҙөмтәләр 20 мартта билдәле буласаҡ.
Наилә Имаева.
Читайте нас