Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Февраль 2020, 13:30

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа яңы депутат

Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп теркәлде.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының сираттағы ултырышында алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатының буш мандатын элекке мәғариф министры, Башҡортостандың Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязовҡа тапшырырға хәл ителде. Бынан алда мандат Башҡортостандың элекке йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры, әлеге ваҡытта Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванютаныҡы ине.
Әлфис Суфиян улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм яуаплы эшендә — ҡанундар сығарыуҙа уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас