"Айыҡ ауыл-2019" республика конкурсында ҡатнашыусы Балтас районы Нөркә ауылы ла сағыу тамашалары менән танылыу алды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында үткән ултырышта проект яҡлауҙа Балтас районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фирдәүес Рәхимов, Нөркә ауыл Советында эштәр менән идарасы Светлана Нурғәлиева, уҡытыусы Римма Гәрәева ҡатнаша.
"Балан өмәһе" , "Әбейҙәр сыуағы", "Түңәрәк өҫтәл" сараларында йәш быуын халҡыбыҙҙың ижади мираҫы-милли йолалар, боронғо йыр-бейеүҙәре менән таныша. Ауылдан 150-нән ашыу кеше мәҙәни түңәрәктәрҙә шөғөлләнә.
Спиртлы эсемлектәр менән сауҙа иткән бер кибетте ябыуға өлгәшкәндәр. Әле ауыл халҡы икенсе магазин хужаһы менән был йәһәттән аңлатыу эштәре алып бара.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Айыҡ ауыл-2019" республика конкурсында Асҡын районынан — Ҡарткиҫәк, Балтастан — Нөркә, Борайҙан — Яңы Алтыбай, Бөрөнән — Иҫке Петров, Ҡариҙелдән — Хәлил, Мишкәнән Бабай ауылы ҡатнаша.
Был конкурста барлығы 47 ауыл көсөн һынай. Финалға 15 ауыл сыға. Артабан 1 марттан 10 мартҡа тиклем ошо ауылдар өсөн тауыш биреү ойошторола. Һөҙөмтәләр 20 мартта билдәле буласаҡ.