“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында Ватанды һаҡлаусылар һәм Башҡорт теле йылына арнап матур сара ойошторолдо. Байрам “Минең атай һалдат булған” тип аталды.
Балалар баҡсаһының “Бал ҡорттары” тип аталған урта төркөмө был көндө ҡунаҡҡа атайҙарын, олатайҙарын саҡырҙы. Балалар башҡорт һәм рус телдәрендә шиғырҙар ятлап, йырҙар өйрәнеп байрамға ныҡлы әҙерләнде. Тәрбиәсе Глүсә Хисаметдин ҡыҙы Ғәлиева бәләкәстәргә алдан уҡ байрам тарихы тураһында һөйләне.
Сарала атайҙар, олатайҙар күбәләктәй кейенгән ҡыҙҙарҙың һәм ғорур малайҙарҙың йырҙар йырлауын, шиғырҙар һөйләүен, бейеүҙәр башҡарыуын ҡыуанып, ғорурланып тыңланы, ҡараны, үҙҙәре лә ҡушылып бейене. Ошо төркөмдөң “Йондоҙсоҡтар” музыка ҡоралдары ансамбле сығышы ла бик матур булды.
Атайҙар өсөн дә байрамда ярыштар ойошторолдо. Бәләкәстәр яҡындары өсөн сәбәкәйләп, янып-көйөп ултырҙы.
Байрам сиктәрендә күргәҙмә лә ойошторолғайны. Глүсә Хисаметдин ҡыҙы Афған һуғышында ҡатнашҡан ағаһы Илшат Ғәлләмовтың күргәҙмәгә ҡуйылған һалдат формалары, миҙал-значоктары, хаттары, тураһында һөйләне. Шулай уҡ төрлө һалдат формалары менән таныштырҙы. Күргәҙмәне ҡарағандан һуң кемдеңдер хәҙер үк танкист, кемдеңдер сик һаҡсыһы, кемдеңдер моряк, осоусы булғыһы килеп китте.
Байрамды тәрбиәсе Глүсә Хисаметдин ҡыҙы алып барҙы, музыкаль яҡтан Фәридә Фәриз ҡыҙы Асҡарова биҙәне.
Сара аҙағында балалар атайҙарына, олатайҙарына үҙ ҡулдары менән эшләнгән бүләктәрен тапшырҙы.
“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында ата-әсәләр ҡатнашлығында ошондай матур, йөкмәткеле саралар йыш үтә.