Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре (артабан – граждандарҙың мөрәжәғәттәре) менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2004 йылдың 5 апрелендәге 50-се ҡарары менән раҫланған Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Регламентына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында эш башҡарыу инструкцияһына ярашлы тормошҡа ашырыла.Мөрәжәғәттәр менән эшләү йәһәтенән граждандар өсөн кәрәкле мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең (артабан – Хөкүмәт) интернет селтәрендәге рәсми порталында (http:/
www.pravitelstvorb.ru) урынлаштырылған. Граждандар Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәренең күсмә ҡабул итеү графигы, Хөкүмәт регламенты, граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш өсөн реквизиттар, шулай уҡ интернет аша Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеү формаһы менән таныша ала.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәре статистикаһы
Отчет осоронда Хөкүмәткә 14911 мөрәжәғәт килгән, шуларҙан күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн компетенция буйынса ебәрелгән:
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенән – 3327;
Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенән – 3665;
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһынан – 106;
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Аппаратынан – 338;
граждандар һәм ойошмалар тарафынан – 7475.
Юғары дәүләт власы органдарынан граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре буйынса 390 һорау-мөрәжәғәт килгән.
Мөрәжәғәттәрҙең төп темалары
2019 йылда 14 911 мөрәжәғәттә авторҙар 15 347 мәсьәләне күтәрә, шуларҙың 4803-ө (31,3 %) – торлаҡ-коммуналь өлкәгә;
4471-е (29,1 %) – иҡтисад өлкәһенә;
3247-һе (21,2 %) – социаль өлкәгә;
2131-е (13,9 %) – дәүләт, йәмғиәт һәм сәйәсәт өлкәһенә;
695-е (4,5 %) оборона, именлек һәм законлылыҡ өлкәһенә ҡарай.
Башҡортостан Республикаһы халҡын, нигеҙҙә, түбәндәге мәсьәләләр борсой:
дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоу (канализация, елләтеү системаһы, ҡыйыҡты ябыу, ҡоймалар, инженерлыҡ ҡорамалдары, дөйөм файҙаланыуҙағы урындар, йорт яны биләмәһе) – 1249 һорау;
торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡтан күсереү – 921;
коммуналь хеҙмәттәрҙең насар сифаты – 762;
граждандарҙың төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуы, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу өлкәһендә дәүләт контроле һәм күҙәтеүе – 848;
юлдарҙы, шул иҫәптән тротуарҙарҙы төҙөкләндереү һәм ремонтлау, юл һалыу һәм реконструкциялау – 517;
комплекслы төҙөкләндереү – 183;
икенсел сеймалды һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү; көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары; тирә-яҡ мөхитте бысратыу, һауаға, һыуға бысраҡ матдәләр сығарыу, ҡалдыҡтар – 55;
һаулыҡ һаҡлау, физик культура, спорт, туризм – 1008;
социаль тәьминәт һәм социаль страховкалау – 1000;
мәғариф, фән, мәҙәниәт – 554;
хеҙмәт һәм халыҡтың мәшғүллеге – 332;
ғаилә – 316.
Мөрәжәғәттәрҙең структураһы күрһәтеүенсә, улар, нигеҙҙә, Өфө (4829 мөрәжәғәт), Стәрлетамаҡ (769), Октябрьский (359), Салауат (412), Нефтекама (298) ҡалалары, шулай уҡ Өфө (344), Туймазы (шул иҫәптән Туймазы ҡалаһы) (186), Иглин (185), Белорет (шул иҫәптән Белорет ҡалаһы) (173), Ишембай (шул иҫәптән Ишембай ҡалаһы) (164), Мәләүез (шул иҫәптән Мәләүез ҡалаһы) (152), Бәләбәй (шул иҫәптән Бәләбәй ҡалаһы) (111), Учалы (шул иҫәптән Учалы ҡалаһы) (98) райондары халҡынан килгән.
Граждандарҙы шәхси ҡабул итеү тураһындаГраждандарҙың телдән әйтелгән һәм яҙма рәүештә ебәрелгән мөрәжәғәттәре менән эште тейешенсә ойоштороу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Бойороғона ярашлы, киләһе кварталда Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары һәм дәүләт органдары етәкселәре тарафынан граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы раҫлана һәм Хөкүмәттең интернет селтәрендәге рәсми порталында (http:/
www.pravitelstvorb.ru) урынлаштырыла. Муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында күсмә ҡабул итеүҙе ойоштороу датаһы тураһында киң мәғлүмәт сараларында алдан хәбәр ителә.
Отчет осоронда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары граждандарҙы 31 ҡабул итеү сараһы үткәргән. Уларҙа 169 кеше ҡабул ителгән.
Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәре тарафынан ойошторолған 170 күсмә ҡабул итеү сараһында 861 кешенең үтенесе ҡаралған.