Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурсҡа Асҡындың 1-се һәм 2-се, Солтанбәк, Ҡышлауйылға, Иҫке Ҡаҙансы, Ҡарткиҫәк мәктәптәре материал әҙерләп ебәргәйне.
“Йәнтөйәк” район-ара гәзите сайтындағы тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса Ҡышлауйылға мәктәбе 840 тауыш (просмотр) йыйып — I, Солтанбәк мәктәбе 582 тауыш (просмотр) йыйып — II, Асҡын 2-се мәктәбе 521 тауыш йыйып (просмотр) III урынға лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡарткиҫәк мәктәбе — 441, Иҫке Ҡаҙансы — 210, Асҡын 1-се мәктәбе 373 тауыш (просмотр) йыйҙы!
Тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайбыҙ: еңеүселәр “Йәнтөйәк” гәзите сайтында (ВК-ла түгел!) барған тауыш биреү (просмотр) һөҙөмтәһе буйынса билдәләнде.
“Сәләм! Ә был беҙ!” конкурсында ҡатнашыусы барлыҡ мәктәп коллективтарына рәхмәт белдереп, артабан да ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Тәбрикләү тантанаһының көнөн һәм сәғәтен һуңыраҡ хәбәр итербеҙ!