Иҫке Ҡаҙансының рухлы, әүҙем, телһөйәр ағинәйҙәре Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә фәһемле сара үткәрә. Улар ҡыр-танып ырыуы вәкилдәре булыуын иҫкә алып, ошо ерлектәге кейемдәр, ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында ла һөйләшә.
Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәми Ғариповтың, Мостай Кәримдең, Назар Нәжмиҙең шиғырҙарын уҡып, фекер алышалар.
Ошо шиғриәт байрамына улар Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтованы ла саҡыралар. Тәжрибәле уҡытыусы башҡорт әҙәби теле нормалары тураһында һөйләп, башҡорт телендә өндәрҙең үҙенсәлегенә иғтибар итә. Башҡорт теленең бай, моңло, нәфис тел икәнлеген билдәләй. Альмира Таһирйән ҡыҙы ағинәйҙәргә башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ итеп һөйләшеү, уҡыу буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтә, фәһемле кәңәштәрен еткерә, хаталар өҫтөндә эшләй.
Сараға килеүселәр шулай башҡорт телендә шиғырҙар уҡып, йырҙар йырлап күңелдәренә илһам алып, сәмләнеп таралыша.