Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Февраль 2020, 19:15

Тарихты һаҡлаусы усаҡ

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы сиктәрендә Ҡарткиҫәктә мәктәп музейы ла яңы һулыш ала.

Музей – киләсәккә юл һалған, үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ. Шуны күҙ уңында тотоп, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы ҡарткиҫәктәр тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала.

Бөгөн мәктәп музейын йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаусы тынғы белмәҫ мәғариф ветераны Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина етәкләй. Барыһы ла 1978 йылда, Фәнирә апай Ҡарткиҫәк мәктәбенә эшкә ҡайтҡас башлана. Бөгөн бында нимә генә юҡ! Күп төрлө һәм йөкмәткеле экспозициялар уҡыусыларға тыуған яҡтың үткәнен өйрәнергә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, матур традицияларына ихтирам тәрбиәләүҙә, тарихтың төрлө осоронда ауыл үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәр, күренекле яҡташтар, Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа локаль бәрелештәр яугирҙары тураһында белергә ярҙам итә. Музей эшмәкәрлегендә Тыуған ил, ауыл, мәктәп тарихын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Уҡыусылар өсөн музейҙа үткәрелгән саралар балаларға бай тарихи мәғлүмәт бирә, ваҡиғаларҙы аңларға ярҙам итә.

- Бирелә эш башлағас, тарих кабинетында бер мөйөш булдырып, шунда тыуған яҡты өйрәнеү буйынса бөртөкләп материалдар йыя башланым. Әкренләп экспонаттар ҙа туплана барҙы. Артабан махсус шкафтар ҡуйып, унда һаҡлай башланым. 2008 йылда музей өсөн айырым бүлмә бирҙеләр. Шунан бөтә йыйылған экспонаттарҙы, балалар менән башҡарған тикшеренеү-эҙләнеү эштәрен, класс етәкселәре менән туплаған бай материалдарҙы тәртипкә килтереп, теҙеп урынлаштырҙым. Музейыбыҙ көндән-көн үҫте, тарихи экспонаттарға байыны. Ауыл халҡы ла, уҡыусылар ҙа ярҙам итте. 2018 йылда музей өсөн тағы бер бүлмә бирҙеләр. Уны мәктәп тарихына бағышланыҡ. Хәҙер бирелә бай мәғлүмәт тупланды. Бөтә материалдарҙы тәртипкә һалып, стендтар эшләп сығыуҙа айырыуса хеҙмәттәшем Нәфүзә Тәлғәт ҡыҙы Имаметдинова ярҙам итте. Берҙәм көс, тырышлыҡ менән йәш быуынға шундай хазина тапшыра алыуыма бик ҡыуанам, - тип музей эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне Фәнирә Мәүли ҡыҙы.

Фәнирә апай һымаҡ халҡыбыҙҙың рухи мираҫын, уның тарихын өйрәнеү, һаҡлау өсөн янып-көйөп йөрөүселәр барҙа музейҙарҙың киләсәге бар һәм йәш быуын тарих менән ҡыҙыҡһыныр, өйрәнер, тип ышаныслы әйтә алабыҙ.

Наилә Имаева.

Читайте нас