Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Февраль 2020, 07:02

Эльбрус Ниғмәтуллин ниңә Өфөгә күсенергә булған?

“Планетаның иң көслө кешеһе” исемен алған спорт мастеры, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирының дүрт тапҡыр еңеүсеһе Эльбрус Ниғмәтуллин Силәбе ҡалаһынан Өфөгә күсенергә ҡарар иткән. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге битендә яҙған. Бындай киҫкен ҡарарын ул республика етәкселегенә Радий Хәбировтың килеүе менән аңлатҡан.

- Дуҫтар! Мин Өфөлә йәшәргә һәм эшләргә ҡарар иттем, - тип яҙған ул . - Башҡортостан минең өсөн һәр саҡ икенсе йортом булды, ә һуңғы йылда Радий Фәрит улының һәм командаһының эш башлауы менән республика яҡшы яҡҡа үҙгәрә башланы, ул көслөрәк була бара.
Спортсы үҙенең был хаҡта ныҡ уйланыуын, һөҙөмтәлә күсергә ҡарар итеүен белдергән.
- Мин тап Башҡортостанда спорт һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашыра аласаҡмын, республика файҙаһына сәләмәт тормошто пропагандалаясаҡмын, - ти аңлатҡан ул.
Фото ғаилә архивынан.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас