Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Февраль 2020, 17:10

Һигеҙ офицер ҡайта алмай…

Бөгөн Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 31 йыллығы билдәләнде.


Был яуҙа СССР Эске эштәр министрлығының хәрби хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша. Тәртип һаҡлау органдарының интернациональ бурысын үтәүе асыҡ күрһәтелмәй, әммә шул йылдарҙа Царандояға (Совет тәртип һаҡлау ғәскәрҙәренең афған аналогы) 10 меңдән ашыу хәрби белгес әҙерләнә.

Эске эштәр министрылығының Эске ғәскәрҙәре (хәҙер Рәсәй гвардияһы) төҙөүсе, уҡытыусы һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса документтары менән ут ялмап алған илгә килә.

1979 – 1989 йылдарҙа тәртип һаҡлау органдарынан 856 хәрби хеҙмәткәр – өс генерал, 627 офицер һәм 226 прапорщик махсус йөкләмәләрҙе үтәй. Генералдар Афғанстан Эске эштәр министрлығында кәңәшсе сифатында сығыш яһай, офицерҙар – афған коллегалары кәңәшсеһе, прапорщиктар хәрби машиналарҙы йөрөтөү, автобронетехниканы хеҙмәтләнлереү һәм ремонтлау буйынса инструкторҙар сифатында бара.

Афған биләмәһендә улар төрлө бурыс атҡара: автоколонналарҙы оҙата, хәрби операцияларҙа, засадаларҙа ҡатнаша, ил сиген һаҡлай. Улар Афған командирҙарының остаздары булараҡ хәрби операцияларҙы әҙерләү менән генә сикләнмәй, алыштарҙа ла ҡатнаша.

Үҙ бурыстарын намыҫлы үтәгән өсөн 552 кеше – СССР-ҙың миҙал һәм ордендары, 352 яугир Афғанстан Республикаһы награлары менән билдәләнә. Һигеҙ офицерға тыуған еренә ҡайтырға насип булмай...

Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарған көндө Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре лә билдәләй. Әле унда яуҙы үткән 134 яугир-интернационалист хеҙмәт итә, илебеҙҙә террорлыҡҡа, экстремизмға юл ҡуймау, Афғанстандағы хәл ҡабатланмаһын өсөн үҙ өлөшөн индерә.

Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/news/ige-ofitser-ayta-almay-123834/
  • Читайте нас