Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Февраль 2020, 16:10

Афарин, Гүзәл!

Сорғот ҡалаһында үткән гер спорты буйынса Рәсәй беренселегендә ҡатнашыусы Асҡын ҡыҙы Гүзәл Имаева Башҡортостан командаһына еңеү килтерә!

Сорғот ҡалаһында үткән гер спорты буйынса Рәсәй беренселегендә республика командаһы составында Асҡын герселәре Гүзәл Имаева (9-сы класс), Алмаз Шәнгәрәев (11-се класс), Илһөйәр Ғимранова (11-се класс) ла ҡатнаша. 12 февралдә башланған ярыштар төрлө йәш һәм ауырлыҡ категориялары буйынса бара. Бөгөнгө көн асҡындар өсөн бик уңышлы була. Гүзәл Имаева 16 килограмлы герҙе 207 тапҡыр күтәреп, 3-сө урынға лайыҡ була.

- Ярыштар бик көсөргәнешле бара. Бында бик көслө спортсылар килгән. Иртәгә һуңғы көндә Илһөйәр менән Алмаз үҙ ауырлыҡ категорияларында ҡатнашасаҡ. Уларға ла уңыштар теләйем, - тип бәйләнешкә сыҡты Башҡортостан командаһына тағы ла бер еңеү килтергән Гүзәл Имаева.

Асҡын спортсыларын Рәсәй беренселегенә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Айдар Наил улы Сабиров әҙерләп алып бара. Райондаштарыбыҙға һәм бөтә командаға уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Читайте нас