Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Февраль 2020, 12:05

Яугир-интернационалистар хөрмәтенә

Иртәгә, 15 февралдә, Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 31 йыл тула. Ошо уңайҙан бөгөн Иҫке Ҡаҙансы ауылында тантаналы митинг үтә.

Иртәгә, 15 февралдә, Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 31 йыл тула. Ошо уңайҙан бөгөн Иҫке Ҡаҙансы ауылында тантаналы митинг үтә. Уны ауыл Советы, мәктәп, ауыл китапханаһы менән берлектә үткәрәләр. Был турала беҙгә ауыл китапханасыһы Гөлфинә апай Исламова хәбәр итте.
— Сарала яугир-интернационалистар, уҡыусылар, уҡытыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты. Хәтер мемориалына сәскәләр һәм венок һалғандан һуң, Бөйөк Ватан һәм Афған, Чечня һуғыштарында һәм яуҙан ҡайтып һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Был көндөң әһәмиәте хаҡында йыйылыусылар алдында ауыл Советы хакимиәте башлығы Илдар Денисламов, тарих уҡытыусыһы Рөстәм Ғаязов һәм үҙем дә һөйләп үттем. Яугир-интернационалистарҙың сығышы ла йөрәктәргә үтеп инерлек булды. Улар бөгөнгө тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә, үҙ-ара дуҫ-татыу, берҙәм булырға саҡырҙы, йәштәргә изге теләктәрен еткереп, өгөт-нәсихәттәрен дә әйтте, — тине Гөлфинә апай.
Әйткәндәй, венокты яугир-интернационалистар сара башланыр алдынан китапханаға йыйылып, үҙ ҡулдары менән эшләй. Шул арала яу йылдарын да иҫкә алалар, аралашалар.
Теманы дауам итеп...
Афған һуғышында Башҡортостандан туғыҙ меңдән ашыу хәрби ҡатнаша. Уларҙың 347-һе һәләк була, алтыһы хәбәрһеҙ юғала.
Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһендә Афған һуғышының — дүрт һәм Чечен һуғышының 17 яугиры йәшәй.
Наилә Имаева.
Гөлфинә Исламова фотолары.
Читайте нас