Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Февраль 2020, 06:05

Ғүмерегеҙ — мөхәббәтле, мөхәббәтегеҙ ғүмерле булһын!

Фотоһүрәттә йылмайып торған егетте танығанһығыҙҙыр. Әйе, нәҡ үҙе: Яңы Ҡаҙансы егете Нәфис Ниғәмәев! Райондашыбыҙҙың күңелен яулаған был һылыу тураһында түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Нәфис өсөн быйылғы йыл бик уңышлы башлана. Ул һөйгәне, Татарстан һылыуы Алиә менән сәстәрен сәскә бәйләй. Ғинуар башында ике яҡлап та атай-әсәйҙәренең фатихаһын алып, матур итеп никах уҡыйҙар.
Яңы Ҡаҙансы мәктәбен тамамлағас, Нәфис тәүҙә Өфө педагогия колледжында белем алып, музыка уҡытыусыһы белгеслеген ала. Һәләтле райондашыбыҙ Нефтекама дәүләт филармонияһына баянсы, тауыш операторы булып эшкә урынлаша, ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетына музыка-компьютер технологиялары факультетына уҡырға инә. Нәҡ ошонда осрата ла инде ул үҙенең һөйгәнен! Алиә ул саҡта филология факультетында бишенсе курста уҡыған була. Йәштәр тәү күреүҙән бер-береһен оҡшата.
— Алиә минең әсәйемә оҡшаған: һылыулығы, аҡылы, уңғанлығы, холоҡ- фиғеле менән дә! Үҙ телебеҙҙә шул тиклем матур итеп һөйләшә, кешене тыңлай, аңлай белә. Нәҡ ошо сифаттары мине әсир иткәндер. Атай-әсәйемә, туғандарыма ла ул шунда уҡ оҡшаны. Бер йыл дуҫлашып, осрашып йөрөгәс, никах уҡыныҡ. Мин үҙемде бик бәхетле һанайым. Әле үҙ парҙарын, һөйгән йәрҙәрен осратмағандарға,”бар, бар ул мөхәббәт!” тип әйткем килә. Мөхәббәт ул бөйөк хис, минеңсә. Ошо һөйөү хисе тормошто мәғәнәле итә, йәшәүгә дәрт-дарман өҫтәй, яңы уңыштарға ҡанатландыра, илһамландыра. Һәр кем һөйгәндә һәм һөйөлгәндә генә үҙен тулыһынса бәхетле тоялыр, — тине мөхәббәттән көс, илһам, дәрт алыусы Нәфис Ниғәмәев.
Шулай итеп...
Ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт ғаиләнең бәхетенә нигеҙ, тиҙәр.Тимәк, ғаилә ул – мөхәббәт, ғаилә ул – шатлыҡ, изгелек һәм мәрхәмәтлек, бер-береңде аңлау һәм ышаныс. Ғаилә – ул балалар! Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ! Яңы ғына ғаилә ҡороусы һоҡланғыс пар — Алиә менән Нәфискә ошо ҙур БӘХЕТте һәм бөгөнгө саф һөйөү хистәрен һүрелтмәй, сайпылтмай ғына йәшәүҙәрен теләйбеҙ! Ғүмерегеҙ — мөхәббәтле, мөхәббәтегеҙ ғүмерле булһын!
Наилә Имаева.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас