Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Февраль 2020, 06:04

Һәр бишенсе АҠШ гражданы Владимир Путинға ышаныс белдерә

#ВладимирПутин

Төрлө илдәрҙән Владимир Путинға ышаныс күрһәтәләр.
Һорау биреү саралары мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, Европала Владимир Путинға ышаныс кимәле АҠШ-ҡа ҡарағанда юғарыраҡ. Мәҫәлән, Америкала һорау бирелгәндәрҙең 20 проценты, Германияла – 36, Бөйөк Британияла 26 проценты Рәсәй Президентына ыңғай мөнәсәбәт белдергән. Бындай сара 34 илдә ойошторолған, һорауға 38,5 мең самаһы кеше яуап биргән.
Асыҡланыуынса, АҠШ-та республикасылар менән демократтар араһында Рәсәй лидерына мөнәсәбәт етди айырыла. Республикасыларҙың – 31, демократтарҙың 10 проценты уны ыңғай баһалаған.
Фото: ru.delfi.lt
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас