Семинарҙа Асҡын, Балтас, Тәтешле, Мишкә, Борай һәм башҡа райондарҙан 80-дән артыҡ кеше ҡатнашты. Уларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов сәләмләне. Ул сараның мөһимлеген билдәләп, башҡорт биҙәү-ғәмәли сәнғәтенең күп төрлөлөгө, үҙенсәлеге һәм ҡабатланмаҫ булыуы менән танышыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Беренсе көндәге сараның тәүге өлөшөндә Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Селтәр” башҡорт халыҡ костюмы студияһы етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина башҡорт традицион костюмы, күкрәк, баш кейемдәре тураһында һөйләне. Семинар-практикумда ҡатнашыусылар шулай уҡ ҡалпаҡ, таҡыя кеүек баш кейемдәрен әҙерләү техникаһы менән танышты. Улар алдында төрлө район вәкилдәре — Мишкә районының хәрби дан музейының баш методисы Э. Шәйҙуллина, Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының баш методисы Ә. Ғәниева сығыш яһаны.Сараның икенсе өлөшөндә традицион башҡорт костюмы аксессуарҙарын яһау оҫтаһы Гөлнара Шафиҡова оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Семинар-практикум сиктәрендә шулай уҡ биҙәү-ғәмәли ижад күргәҙмәһе ойошторолдо, ул төньяҡ-көнбайыш төбәгенең боронғо өлгөләренең уникаль эшләнмәләрен үҙ эсенә алды: баш кейемдәре, биҙәнеү әйберҙәре, костюмдар, таҫтамалдар.
Иртәгеһен, семинар-практикумдың икенсе өлөшөндә, балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Бында ла халҡыбыҙҙың милли өлгөләре барланды, биҙәктәргә, буяуҙар үҙенсәлегенә ҙур иғтибар бирелде.