Флүрә апай 1941 йылда Ҡарткиҫәк ауылында Миңнур һәм Хәлимулла Нәбиуллиндар ғаиләһендә тыуа. Күп тә тормай Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атаһын һуғышҡа алалар. 1942 йылда уның ҡара ҡағыҙы килә. Шулай Флүрә апай “атай!” тип әйтергә лә өлгөрмәй етем ҡала.
Флүрә апай бәләкәйҙән егәрле, сыҙамлы булып, ҡул эштәренә лә өйрәнеп үҫә. Ауылдағы башҡа ҡыҙҙар һымаҡ ул да үҙенә бирнәгә сигеү сигә, тегә, бәйләй. Зифа буйлы һылыу, бар эшкә лә оҫта ҡыҙ булып үҫеп, 1960 йылдың июнендә ауылдашы Нәфҡәт Зарифуллинға кейәүгә сыға.
— Мин тәбиғәттең йәшеллеккә төрөнгән мәлендә кейәүгә сыҡтым. Бөгөнгө һымаҡ ҡыңғыраулы биҙәлгән аттарҙа килен булып төштөм. Ул саҡтарҙа ла һандыҡ һатыу, килен булып төшкән йортто биҙәп селтәрҙәр, тәҙрә пәрҙәләре, ҡашығалар элеү бар ине. Кейәү егеттәренең билдәренә сигелгән таҫтамалдар бәйләй инек. Һыу юлы күрһәтеү йолаһы ла йыр-моң менән шулай күңелле үтә ине, — тип иҫкә алды үҙенең йәшлек туйын Флүрә апай. — Бөгөнгө туй ҙа шул тиклем матур, күркәм, бөтә йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр иҫәпкә алынып үтте. Халыҡ та бигерәк күп йыйылды. Ойоштороусыларға, әҙерләүселәргә рәхмәт, йәшлегемә ҡайтҡандай булдым. Йәштәргә бәхетле ғүмер теләйем.
Нәфҡәт ағай менән 53 йыл татыу ғүмер итеп, Фәнисә, Эльвира, Динара, Алһыу исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Уларҙың барыһы ла белем алып, үҙҙәре яратҡан һөнәргә эйә була. Бөгөн үҙҙәре күптән әсәй, өләсәй булып, матур итеп ғүмер кисерә. Әсәләре янына килеп хәл белеп, ярҙам итеп тора. Флүрә ағинәй бөгөн 8 ейән-ейәнсәрен, 6 бүлә-бүләсәрен һөйөп ҡыуана.
Флүрә Хәлимулла ҡыҙының бар ғүмере фиҙаҡәр хеҙмәттә үтә. Төрлө эштәр башҡара: һыйыр ҙа һауа, магазинда һатыусы ла була. Һуңғы 10 йылда мәктәптә техничка булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, намыҫ менән, тырышып эшләй.Флүрә апайҙың аш-һыу оҫтаһы булыуын да билдәләне ауылдаштары. Уның бешергән шәңгә, ҡоймаҡтары телеңде йоторлоҡ, тиҙәр.
Әйткәндәй, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары ла Флүрә апай менән дә яҡындан танышып, уның тураһында сюжет төшөрөп сығалар. 79 йәшлек ағинәйҙең өйөндәге береһенән-береһе матурыраҡ сигелгән әйберҙәрҙе күреп һоҡланыуҙарын белдерәләр.
Зимфира Нартдинова фотолары.