Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
9 Февраля 2020, 19:33

Владимир Путиндан - йәш ғалимдарға награда

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты йәш ғалимдарға фән һәм инновациялар өлкәһендәге йыллыҡ премияларҙы тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Кремлдең сайтында хәбәр ителеүенсә, 2019 йылға лауреаттар араһында МДУ-ның психология факультетындағы белем биреү психологияһы һәм педагогика кафедраһы мөдире Александр Веракса бар. Награданы ул “мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларҙың когнитив үҫешен лонгитюд кросс-мәҙәни йәһәттән тикшергән өсөн” алды.
Премияға шулай уҡ ИТМО Милли тикшеренеү университетының баш ғилми хеҙмәткәре, физика-математика фәндәре докторы Сергей Макаров һәм Волга буйы медицина тикшеренеү университетының эксперименталь онкология һәм биомедицина технологиялары институты директоры урынбаҫары, биология фәндәре кандидаты Марина Ширманова лайыҡ булды.
Фото: youtube.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас