Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Февраль 2020, 10:05

Милли биҙәүестәр һәм сувенирҙар ҙа һатыласаҡ!

15 февралдә Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда үтәсәк “Тыуған ерем моңдары” халыҡ һәм автор йырҙарын башҡарыусыларҙың фестиваль-конкурсы сиктәрендә донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, теләге булғандарҙы ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтәсәк. Был турала тулыраҡ:

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был конкурс районыбыҙҙа беренселәй Ҡашҡа егете Винарис Абдуллин инициативаһы буйынса Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм район мәҙәниәт бүлеге менән берлектә ойошторола.
Беҙҙең ерлегебеҙгә генә хас халҡыбыҙҙың онотола барған йырҙарын тергеҙеү, талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау һәм пропагандалау, уларҙың башҡарыу оҫталығын камиллаштырыу һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелә был сара.Шуға ауылдарҙа йыр-моң яратҡан, бик танылыу алмаған, үҙебеҙҙә генә башҡарылған йырҙарҙы башҡарыусыларҙы һәм автор-башҡарыусыларҙы әүҙемерәк, ҡыйыуыраҡ булып, был бәйгелә ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Фестиваль-конкурс иртәнге сәғәт 11-ҙә башланасаҡ. Тәүҙә һайлап алыу туры була. Бөгөнгә 30 кеше был конкурста үҙен һынап ҡарарға теләк белдергән дә инде!
Киске сәғәт 5-тә гала-концерт башлана. Унда жюри ағзалары Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирүзә Аллаярова (Фирүзә Париж), шулай уҡ райондашыбыҙ, билдәле йырсы Винарис Абдуллин да сығыш яһаясаҡ. Был мәртәбәле сара сиктәрендә ҡул эшенән торған биҙәүестәр, музыка ҡоралдарынан – ҡурай, ҡумыҙ, милли орнаментлы сувенирҙар һатып алырға мөмкин. Уны ойоштороусылар – билдәле виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ғаиләһе. Әйтергә кәрәк, Зәйнетдиновтар - һәр яҡлап та һәләтле ғаилә. Хужабикә Гөлгөнә Сәрүәр ҡыҙы, милли биҙәүестәр эшләү менән мауыға, балаларҙың барыһы ла музыка ҡоралдарында уйнай. Зәйнетдиновтар ҡурайҙа ла, ҡумыҙҙа ла уйнап күрһәтер, теләге булғандарға өйрәтә лә.
Тағы ла фестиваль сиктәрендә Ҡарткиҫәктән ағалы-ҡустылы Илдар һәм Азат Мулләхмәтовтар уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтәсәк.
Күреүегеҙсә, сара бик шәп булмаҡсы, ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында, уны үткәреү ваҡыты күсерелде. Конкурстың ҡасан үтеүе хаҡында киләһе аҙнала хәбәр итербеҙ.
Наилә Имаева.
Читайте нас