

Йәш киленгә һыу юлы күрһәтеү, һыу юлы башлау ҙа онотолорға тейеш түгел, тип иҫәпләй ҡарткиҫәктәр. Улар фекеренсә, был йола һәр туйҙың биҙәге булырға тейеш. Шуға ла ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы, ҡунаҡтарҙы табынға саҡырғансы йәш киленгә һыу юлы күрһәттеләр.
Көйәнтә биҙрәләрҙе алып, оло килен Гөлфинә Исмаева һыу юлы күрһәтеп адан барҙы. Бөтә ҡунаҡтар виртуоз гармунсылар Зөлфәт Мөхәмәтнуров, Ғайфулла Нәбиуллин, Нэжип Ғилметдинов, Рауил Шәйхетдинов уйнаған көйҙәргә йырлай-йырлай “Мөхәббәт” шишмәһенә һыуға барҙы. Ә унда килен менән кейәүҙе ағинәй Фәрзиә Бәләғетдинова һәм шишмәне таҙартыусы Салауат ағай Ғилуанов ҡаршы алды.
“Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йоланы үтәп, шишмәгә һыуға килгәнегеҙ өсөн рәхмәт.Был шишмәнең исеме ”Мөхәббәт” шишмәһе. Уның һыуы тылсымлы көскә эйә. Ул һыуҙы эскәндәр мөхәббәтле, мәрхәмәтле булыр”, - тип өгөт-нәсихәттәр әйтеп, һыу алыу тәртибе менән таныштырҙы. Шишмәнең ризалығын алыр өсөн килен көмөш тәңкә һалды. Шишмәне таҙартып, ҡарап тороусы һәм килендәштәргә, еңгәләргә, һыу юлы күрһәтеүсегә килен менән кейәү бүләктәр таратты.
Бирелә кейәүҙе лә бында һынап ҡаранылар. Азат һәм Илдар Мулләхмәтовтар етәкселегендә мәргән уҡысылар кейәүгә лә уҡ-һаҙаҡ биреп, уны мәргәнлектә һынаны. Кейәү бирешмәне, сәпкә төҙ тейҙе!
Килен менән кейәү шишмәгә рәхмәт әйтеп, барыһы бергә йырлай-йырлай ҡайтты.
Өй алдында Фәйхүнә өләсәй менән ҡәйнә-ҡайны һәм ҡунаҡтар һыу тәмләргә көтөп тора ине. “Эсер һыуҙарығыҙ ошо ерҙә булһын”, - тип, теләктәр теләп, Фәйхүнә өләсәй тәүҙә һыуҙы кейәү менән киленгә эсерҙе. Килен һыуын аҡсаға ла, йомаҡ-мәҡәл әйтеүсегә, йыр-бейеү башҡарыусыға ла һаттылар.
Килен төшөрөргә килеүселәргә рәхмәт әйтеп, йәштәргә - күркәм тормош, барыһына ла иҫәнлек теләнеләр. Туй мәжлесе йыр-бейеүҙәр, нәсихәттәр, ҡотлауҙар менән өҫтәл артында дауам итте.
Наилә Имаева.
Марат Юнысов фотолары.