

Афарин, ҡарткиҫәктәр! Килен төшөрөү йолаһын еренә еткереп үтәнеләр. Киленде уң аяҡтан, уң яҡтан төшөрөп, кейәү күтәреп алып инеп, мендәргә баҫтырҙы. Килен таянсыҡ тотоусыға бүләк биреп, һарыҡ өҫтөнә яулыҡ йәйҙе.
Ҡәйнә ролен ҙур оҫталыҡ менн башҡарыусы мәғариф ветераны Таңсулпан Хәжимуллина изге теләктәре менән ҡаршы алды киленде. “Төклө аяғың менән, килен! Уңған аяҡ – уң аяҡ, уң аяғыңдан төш, килен. Төшкән нигеҙеңдә таштай-ҡомдай, ошо нигеҙҙә тамырланып, йомшаҡ мендәргә аяҡтарың батҡан кеүек, минең улым менән һаулыҡта, муллыҡта, бәхеткә төрөнөп, бергә тиң-тигеҙ йәшәргә яҙһын!” тине. Артабан ҡәйнә килененә балғалаҡ менән бал, май ҡаптырҙы. “Телең балдай татлы булһын, үҙең бал ҡортолай эшсән, күсле бул. Күңелең майҙай йомшаҡ, йөҙөң айҙай яҡты булһын!” тине.
Ишек алдында торған туғандар, ауылдаштар йәштәргә матур теләктәр теләп өйгә оҙатты.
Наилә Имаева.
Марат Юнысов фотолары.