Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Февраль 2020, 16:35

Мамыҡ юрғандарға төрөнөп...

Боронғонан ҡалған ғәҙәт буйынса бөтә ауыл йыйылды килен күрергә.


Ҡарткиҫәк ауыл мәҙәниәт йорто алды халыҡ менән шығырым тулы ине. Бәләкәй балаларҙан алып таяҡҡа таянған ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ҙа ҡыңғырауҙар сыңлаған яҡтан күҙҙәрен алмай килен менән кейәүҙе көттө. Баштарына тәңкәләр тегелгән яулыҡтар ябынған, тәңкәләре сыңлап торған милли күлдәктәрҙәге “Серҙәштәр” фольклор ансамбле ағинәйҙәр менән бергәләп ҡунаҡтарҙы саҡырып бейеп әйләнгәс, “Килен төшә беҙҙең ауылға” йырын йырлап ебәреүгә ҡар-бурандар уйнатып елеүсе биҙәлгән аттар күренде. Бигерәк тә бала-сағалар түҙемһеҙләнеп көттө, сөнки йола буйынса кейәү кеше уларға күп итеп кәнфиттәр һибә. Был юлы ла кейәү бик йомарт булды, балалар кәнфит ямғыры аҫтында ҡыуаныстарынан ни эшләргә лә белмәне.

Ул арала милли рухта биҙәлгән ҡапҡа алдына аттар килеп туҡтаны. Беренсе санала мамыҡ юрғандарға төрөнөп, пар мендәрҙәргә ултырған кейәү менән килен, икенсеһендә арсыйҙар ҡаҙ, сәк-сәк, йыуаса, икмәк-тоҙ, буҙа, ҡымыҙ тотоп ултырған, өсөнсөһөнән бүләктәр тотҡан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар урын алған, дүртенсе ашсанала килен әйберҙәре - һандыҡ, пар биҙрә, көйәнтә, еҙ ҡомған, таҫ һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тейәлгәйне.

Наилә Имаева.

Марат Юнысов фотолары.

Читайте нас