Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Февраль 2020, 18:10

Килен бирнәһе

Һандыҡ һатыусы егеттең кем икәнен белгегеҙ киләме? Килһә, түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡығыҙ:


Тағы бер тапҡыр ҡарткиҫәктәргә “афарин!” тип әйтәм. «Килен төшөрөү» йолаһын бар талаптарға тура килтереп, боронғоса матур итеп үткәрҙеләр.

Киленде төшөргәс, һандыҡ һатыу, килен бирнәһе, килен бүләктәре таратыу, кеүек ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәнеләр. Уларҙың һәр береһе “Серҙәштәр” фольклор ансамбле һәм ағинәйҙәрҙең йыр-бейеүҙәре, өгөт-нәсихәттәре менән үрелеп барҙы.

Һандыҡ һатыу һымаҡ яуаплы эште Ҡарткиҫәктең ут кеүек егете Вилдан Харисовҡа тапшырҙылар. Әйткәндәй, Вилдан йәмәғәт эштәрендә, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы менән бер рәттән, уҡыуҙ ла, спортта ла алдынғылыҡты бирмәй! Афарин!

Һатыулаша торғас, кейәү кеше уҡ-һаҙаҡ бүләк итте. Ә һандыҡ егетенә ана шул ғына кәрәк тә ине, сөнки ул Ҡарткиҫәк ауылының “Мәргән уҡсылар” түңәрәгендә шөғөлләнә. “Уррра, хыялым тормошҡа ашты! Бындай бүләк булғас, аҡсаһы ла кәрәкмәй! Рәхмәт, еҙнәм, һандыҡ һинеке!” тине.

Ир-егеттәр һандыҡты ике яҡтан тотоп, ә килен-еңгәләр килен әйберҙәрен алып бейей-бейей өйгә индерҙеләр.

Йәштәргә сәләмәтлек, йортҡа именлек теләп, ауылдың имам-хатибы Илдар хәҙрәт доға ҡылып, дауам итте сара.

Артабан ҡотлауҙар, кейәү-киленгә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер-береһенә бүләктәр биреште.

Наилә Имаева.

Марат Юнысов фотолары.

Читайте нас