Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә ойошторолған район фестиваленә әҙерлек һәм сағыу сығыштары хаҡында “Гөлнәзирә” фольклор коллективы етәксеһе Альбина Насырова һөйләне:
— Элек-электән халҡыбыҙҙа эштәрҙе өмә ойоштороп башҡарыу булған. Яҙғы ҡыр эштәре тамамланғас, ҡатын-ҡыҙҙар йыйылышып өй йыуған. Был өмә уйын-көлкө, йыр-бейеү менән бик күңелле үткән. Халҡыбыҙҙа йәшәп килгән ошо йоланы тергеҙеп, уға үҙебеҙсә һулыш өрөп, йыр-бейеүҙәр, уйын-көлкө, ҡобайыр һәм мөнәжәттәр менән тулыландырып, бик матур тамаша әҙерләнек.
Иң тәүҙә барыбыҙға ла, 11 ҡатын-ҡыҙға, өмәлә кейергә күлдәк, альяпҡыстар тектерҙек. Был эштә беҙгә ауылыбыҙ тегенселәреИлфирә Нурыева менән Алһыу Фәйзуллина ярҙам итте. Өс күлдәкте Асҡында тектерҙек. Шулай барыбыҙға ла бер төҫлө кейемдәр булды. Фәнизә апай Сәлимгәрәева – өй хужабикәһе, ә ауылыбыҙ старостаһы Рәүеф ағай Ниғәмәтйәнов – егет, “Гөлнәзирә” коллективы ағзалары ауыл ҡыҙҙары булып уйнаныҡ. Шиғри күңелле Фәнизә апайыбыҙ өй йыуыу тураһында махсус йыр ҙа яҙып бирҙе. Һәр беребеҙгә мунсаланан өй йыуыу өсн йыуғыстар әҙерләнек. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла элекке өмәләгесә булды. Йыр-бейеү, уйын-көлкө менән күңелле итеп “өй йыуҙыҡ”. Фәнизә апай беҙгә, йәш ҡыҙҙарға, өй йыуыу тәртибен аңлатып, һөйләп торҙо. Ырым-ишаралар, ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә иҫкә алынды. Халҡыбыҙҙа быуындан-быуынға тапшырыла килгән “Ырға ла, мырға ла“ уйыны барыһына ла оҡшаны. Уйын барышында яза үтәп, ҡобайыр ҙа, мөнәжәт тә әйттек, йомаҡ та ҡойҙоҡ, ҡул да көрәштереп алдыҡ. Барыһы ла үҙ ролдәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарып, көс-дәрттәре ташып, күңелдәре йыр-бейеүгә ашҡынып торған ауыл ҡыҙҙарын күрһәтә алды.
Фестиваль сиктәрендә ауылыбыҙ уңғандарының ҡул эштәренән, милли аш-һыуҙарыбыҙҙан күргәҙмә лә әҙерләнек.
Шулай, һәр ваҡыттағыса, был саранан да яңы көс-дәрт, алдағы эштәргә сәм алып, матур итеп йөрөп ҡайттыҡ.
Һүҙ юҡ, үршиҙеләр нимәгә тотонһа ла, уны юғары кимәлдә, барыһын да һоҡландырып, ҙур ойошҡанлыҡ, берҙәмлек менән еренә еткереп башҡара. Был юлы ла нәҡ шулай килеп сыға. “Афарин”, үршиҙеләр!
Миләүшә Хөсәйенова фотолары.