Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Февраль 2020, 17:15

Әкиәттәге һымаҡ!

Ҡышлауйылға ауылына йәм өҫтәп төҙөлгән өр-яңы мәктәптәге тәүге уҡыу көндәренән алған тәьҫораттарын һөйләп тә бөтөрә алмайҙар!

31 ғинуҙа өр-яңы мәктәптә тәүге дәрестәр үтә. Уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың шатлығын уртаҡлашырға ауыл биләмәһе башлығы Илфат Хәлфәт улы Ғатин, мәғариф ветераны, мәктәптең элекке директоры Әмин Әнвәр улы Шәүәлиев килә. Блем усағы директоры Азат Ғәлимйән улы Фәйзуллин барыһын да ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, уҡытыусыларға яңынан-яңы хеҙмәт уңыштары, ә уҡыусыларға тырышып уҡыуҙарын, яңы үрҙәр яулауҙарын теләй. Артабан “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһе еңеүселәрен, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүсе Эдера Молдасәйетованы, мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында физика буйынса призер булған Илһам Латыповты, биологиянан призер булған Дилбәр Латыпованы ҡотлап, дипломдар тапшыралар.

Шундай ҡыуаныслы мәлдәрҙән – мәктәп ғорурлығы булған уҡыусыларҙы тәбрикләүҙән башлана был иҫтәлекле көн.

-Ҡыуанысыбыҙҙы һәм үҙебеҙ кисергән хис-тойғоларыбыҙҙы әйтеп тә, аңлатып та бөтөрөп булмай.Был өр-яңы мәктәптә балаларға белем алыу һәм һәр яҡлап үҫешеү, уҡытыусыларға дәртләнеп, илһамланып эшләр өсөн барлыҡ шарттар, уңайлыҡтар булдырылған. Ҙур, яҡты, заманса йыһазландырылған уҡыу кабинеттарынан тыш, тамаша залы, ял итеү, шулай уҡ информатика, логопед бүлмәләре һәм иркен спорт залы, ҙур ашхана һәм уҡыу залы булған китапхана мәктәптең бар яҡтан да уйлап төҙөлөүен күрһәтә. Ҡыҙҙар өсөн технология кабинетында заманса теген машиналары, бөтә уңайлыҡтары булған аш-һыу бүлмәһе бар. Малайҙар өсөн технология бүлмәһе айырым, кәрәкле станоктар, эш ҡоралдары етерлек. Уҡыусыларҙың нисек ҡыуанғанын белһәгеҙ икән! Тәүге көндө мәктәп буйлап экскурсия үткәргәндә үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанмай, таң ҡалып йөрөнө. Беҙ был мәктәптән ҡайтҡыбыҙ килмәй, тинеләр хор менән. Ә ашханаға төшкәс, яңы йыһаздарҙы, иркен залды күреп һоҡланыуҙарын йәшермәнеләр. “Ресторандағы кеүек!” тиештеләр.Ә ниндәйерәк тамаша залы! - тип тәьҫораттары менән бүлеште башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина.

Ҡышлауйылғаларҙың ҙур шатлығын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас