Сараны Әлйәгеш ауылы клубы методисы Гөлназ Тимерғәлиева ойоштора. Хәтер кисәһенә Мәмдүнә Зарипова етәкселегендә Ҡаҙансы ағинәйҙәре лә бара. Ауыл китапханасыһы Гөлфинә Исламова “Йөрәктәрҙә һәм китаптарҙа һуғыш тураһында хәтер” тигән китаптар күргәҙмәһе лә барып әҙерләй. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Сталинград ҡалаһы өсөн барған һуғыштың иң масштаблы, иң күп ҡан ҡойолған алыш икәнлеген һөйләй ул. Был алыштың тарихҡа иң ҡан ҡойғос, дәһшәтле көндәр булуын күҙ алдына баҫтырыр өсөн тарихи факттар килтерә. Сталинград һуғышы 200 көндән артыҡ дауам итә - 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара.Был һуғышта 1 миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була.
- Илһөйәрлек менән һуғыралған был сара бик фәһемле, иҫтәлекле булды. Кисәгә халыҡ күп йыйылды. Улар араһында тыл ветерандары, һуғыш йылдары балалары, уҡыусылар ҙа бар ине.Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдыҡ. Оло йәштәгеләр һуғыш йылдарын иҫкә төшөрҙө, балаларға бөгөнгө тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә, ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа, өйрәнергә, оло йәштәгеләргә хөрмәт күрһәтергә саҡырҙы. Йөрәктәргә үтеп инерлек, тетрәндергес тә булды сара. Хатта әзмәүерҙәй ир-егеттәрҙең һуғышта ҡатнашҡан аталары һәм туғандары тураһында һөйләгән ваҡытта күҙҙәренә йәш тулды. Аяуһыҙ һуғыш бик күптәрҙе етем итеп, бала саҡтарын урлай. Был турала күҙ йәштәрһеҙ һөйләп булмай...
Бергәләп “Хәтер” китабына байҡау яһап, Әлйәгеш ауылы яугирҙарын иҫкә алдыҡ, уларҙың яу юлдары хаҡында һөйләнек. Сара һуғыш, Бөйөк Еңеү тураһында патриотик йырҙар менән үрелеп барҙы. Аҙаҡта Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы һуғыш йылдарында бик популяр, иң тәмле ризыҡ һаналған мейес бәрәңгеһе бешереп алып барып, барыһын да һыйланы, - тип һөйләне Гөлфинә апай Исламова.
Әйе, был көндәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ошондай саралар уҙғарып, тарихыбыҙҙы өйрәнеп, ниндәй юғалтыуҙар аша Еңеү яуланғанын йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ.