Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Февраль 2020, 16:15

Тел — халыҡтың йән һулышы, йәшәйеш ысулы

“Туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, үҫеп килгән быуынға өйрәтеү, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларыбыҙҙы, кәсеп-шөғөлдәребеҙҙе тергеҙеү — изге бурысыбыҙ”, — тине сығыш яһаусылар.

Район хакимиәте башлығы Ришат Дихин, мәртәбәле ҡунаҡтарбыҙ Гөлфиә Янбаева, Рәсил Мөхәмәтйәнов, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова, хаҡлы ялдағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, оло хөрмәткә эйә ағинәй Сәлимә Әбүбәкерованың сығышы ла йөкмәткеле, фәһемле булып, сараға мәртәбә өҫтәне, күңелдәребеҙҙе нурландырҙы, асылыбыҙға алып ҡайтты, башҡорт теленең ҡөҙрәтен аңларға ярҙам итте.
Наилә Имаева.
Читайте нас