Сара район хакимиәте алдындағы майҙанда сағыу тамашанан башланды. Республикабыҙҙың төньяҡ райондары араһында беренселәрҙән булып уҡтан атыуҙы тергеҙеп, республикабыҙҙа ла ҙур танылыу яулап өлгөргән Ҡарткиҫәк ауылы егеттәре уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Тамашала сая ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты. Теләгәндәр үҙҙәрен мәргәнлектә һынап ҡарай алды. Беренселәрҙән булып район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы, артабан Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, Рәсил Тимерғәзе улы һәм башҡалар таҫыллыҡ, теүәллек, түҙемлелек талап итә торған спорт төрөндә һынау тотто. Ошонда уҡ арҡан тартыу, көршәк ватыу, суҡмар атыу буйынса еңеүселәр асыҡланды.