Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Февраль 2020, 13:15

Башҡорт теле, башҡорт моңо, башҡорт рухы тантана итте Асҡында!

Асҡындар беренселәрҙән булып Башҡорт теле йылына старт бирҙе.

Бөгөн Асҡын районында Башҡорт теле йылын рәсми асыу тантанаһы уҙҙы. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева һәм Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Тимерғәзе улы Мөхәмәтйәнов та килде. Байрамда шулай уҡ уҡыусылар, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр, башҡорт телен уҡытыуға, уны һаҡлауға ғүмерҙәрен арнаған мәғариф хеҙмәткәрҙәре, “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары һәм илһөйәр, телһөйәр, рухлы райондаштарыбыҙ ҡатнашты.
Был турала тулыраҡ киләһе материалдарҙа уҡырһығыҙ.
Наилә Имаева.
Читайте нас