Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Февраль 2020, 16:42

Асҡын — таланттар төйәге

Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы сағыу, бай, рухлы концерт программаһы менән тамамланды.

Сағыу байрам концерты ла районыбыҙҙың таланттар төйәге икәнен күрһәтте. Йәш сәсәндәребеҙҙе, халыҡ йырҙарын башҡарыусыларыбыҙҙы, йөрәктәрҙе дәртләндергән бейеүселәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүселәрҙе тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡаршы алып, “афарин!”тип оҙатты. Таланттарыбыҙға һоҡланып, улар менән ғорурланып, күңелдәребеҙгә илһам, көс-дәрт алып, хис-тойғолар тулҡындарында тибрәлдек.
Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы ысын мәғәнәһендә телебеҙҙе данлаған, рухыбыҙҙы нығытҡан, күңелдәребеҙгә милләтебеҙҙе күтәрер тылсымлы көс биргән ҙур байрамға әйләнде.
Наилә Имаева.
Читайте нас