Белеүегеҙсә, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлегенең Башҡорт теле йылын үткәреү тураһында башланғысы БР Башлығы Радий Хәбиров тарафынан хуплау тапты һәм республикала 2020 йыл - Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде.
Уның маҡсаты - йәмәғәтселектә башҡорт телен өйрәнеүгә, башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт телен популярлаштырыу, республикала һәм унан ситтә, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә, башҡорт телен уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, дәүләт теле булараҡ телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен үҫтереү. Башҡорт теле йылы сиктәрендә районыбыҙҙа ла күп һанлы саралар үткәреү планлаштырылды.
Иң беренсе ҙур тантаналы сара 1 февралдә район хакимиәтенең ултырыштар залында үтәсәк. Был көндө районыбыҙҙа Башҡорт теле йылына старт биреләсәк. Уҡыусылар, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр, башҡорт телен уҡытыуға, уны һаҡлауға ғүмерҙәрен арнаған мәғариф хеҙмәткәрҙәре, телһөйәр, рухлы милләттәштәребеҙ, райондаштарыбыҙ һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡатнашҡан был сара 10.00 сәғәттә район хакимиәте алдындағы майҙанда башланып, артабан ултырыштар залында дауам итәсәк.
Программала “Мәргән уҡсылар” сығышы, халыҡ уйындары, етәкселәрҙең башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау, пропагандалауға арналған сығыштары һәм сағыу концерт номерҙары ҡаралған.Сара сиктәрендә районыбыҙ оҫталарының ҡул эштәренән торған күргәҙмә менән дә таныша аласаҡһығыҙ.
Телебеҙҙе данлаған, рухыбыҙҙы нығытҡан, күңелебеҙҙе байытҡан саранан ситтә ҡалмағыҙ!Туған телебеҙҙе бергәләп үҫтерәйек!