Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Ғинуар 2020, 17:35

Мәктәп йылдарын иҫкә алдылар

Бөгөн, 29 ғинуарҙа, Солтанбәк урта мәктәбендә студенттар менән осрашыу үтә. Сараға кемдәр килеүе һәм осрашыуҙың нисек үтеүе хаҡында тулыраҡ:

Ҡыҙыҡлы һорауҙар, мауыҡтырғыс уйындар менән үрелеп барған сараны биология һәм химия уҡытыусыһы Рәмзиә Суфиянова ойоштороп үткәрә.

Мәктәп йылдарын һағынып осрашыуға Башҡорт дәүләт университетының биохимия факультетының 1-се курс студенты Динә Исламова, ошо уҡыу йортон уңышлы тамамлап, магистратурала белем алыусы Алһыу Насртдинова, БДУ-ның Бөрө филиалында физика-математика факультетында уҡыусы Фидәрит Муллаянов, Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжын тамамлаған Фирүзә Сайфуллина килә.

Тәүҙә Рәмзиә Мәүхәт ҡыҙы студенттар һәм уҡыусылар командаһы төҙөп, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөргә ярҙам итә. Командалар математика, әҙәбиәт, тирә-яҡты өйрәнеү буйынса ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирә, мәктәп йылдарында ятлаған шиғырҙарына байҡау яһай. “Бәхетле осраҡ” уйыны ла бик күңелле үтә.

Артабан Һәр студент үҙе менән таныштыра,ҡайҙа уҡыуы, кем булып сығыуы,дөйөм ятаҡта йәшәү шарттары тураһында бәйән итә. Сарала ҡатнашыусы 6-сы-11-се класс уҡыусылары кем уҙарҙан үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар биреп, тулы яуаптар ала. Уҡытыусылар студенттарға уҡыуҙарында уңыштар, киләсәктә йәш белгес булып районыбыҙға эшкә ҡайтыуҙарын теләй.

Осрашыу дуҫтарса аралашыуға ҡоролоп, йылы мөхиттә бик күңелле һәм файҙалы үтә. Бигерәк тә һөнәр һайлау алдында торған сығарылыш класс уҡыусылары өсөн әһәмиәтле була.

Наилә Имаева.

Читайте нас